Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 12:20

Башҡортостан Башлығы ҡасан яңы йыл сикләүҙәре тураһында ҡарар ҡабул ителәсәген әйтте

Аҙна һуңына тиклем Башҡортостан Хөкүмәте COVID-19 таралыу шарттарында республиканың Яңы йылды нисек ҡаршы аласағы тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Был хаҡта дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

«Яңы йыл — ҙур ваҡиға, а коронавирус инфекцияһы контексында ул билдәле хәүеф менән янай. Шуны аңларға кәрәк: ниндәй көйләү сараларын ҡабул итәбеҙ, әгәр ҡабул итһәк. Санитар-эпидемиологик режимды нисек үтәрбеҙ, халыҡҡа нимә тәҡдим итербеҙ һәм быларҙың барыһын да нисек уҙғарырбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда Яңы йылды үткәреү тураһында ҡарар был аҙнала Оператив штаб ултырышында ҡабул ителә.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, ул «Яңы йылға ниндәй нормалар, ниндәй тыйыуҙар буласағын билдәләр».
Ҡайһы бер төбәктәрҙә Яңы йылды ҡаршылау һәм уҙғарыу хаҡында ҡарарҙар ҡабул ителгән дә инде.
«Ябай ғына һорау: балалар шыршыларын үткәрәбеҙме әллә юҡмы. Бындай һорауҙар бик күп, һәм беҙгә был аҙнала уҡ әҙерләнергә кәрәк», — тип өҫтәне Хәбиров.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1521730-radiy-khabirov-soobshchil-kogda-primut-reshenie-o-provedenii-novogo-goda-v-bashkirii/
Читайте нас: