Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 17:40

ЕН-ПӘРЕЙҘӘР БАР ТИГӘНГӘ ЫШАНМАҪҠА ТЕЛӘҺӘК ТӘ...

Баҡтиһәң, ул тирәнең ен юлы икәнен ололар белгән икән. Ауылдашыбыҙ Ғәрибә инәй бер мәл, ен-пәрейҙәрҙең юлдары шунан үтә, тап булғандары юҡмы, ыҙалатмайҙармы, тип һорай ҡуйғайны шул, - тип һөйләне 69 йәшлек Солтан ағай.

Баҡтиһәң, ул тирәнең ен юлы икәнен ололар белгән икән. Ауылдашыбыҙ Ғәрибә инәй бер мәл, ен-пәрейҙәрҙең юлдары шунан үтә, тап булғандары юҡмы, ыҙалатмайҙармы, тип һорай ҡуйғайны шул, - тип һөйләне 69 йәшлек Солтан ағай.
Ололарҙың күңеле серле һандыҡ һымаҡ инде ул. Шуға редакцияға йомош менән килеп ингән ололарҙың ошо һандыҡтарындағы берәй ҡиммәтле хазинһы менән бүлешеп ҡалырға тырышабыҙ.
Бына бөгөн Мәһәҙейҙән аҙна бүләген отоусы Солтан ағай Хәсәнов менән ҡатыны Нәзифә апай Яҡшыбаева инеп сыҡтылар. Улар менән әңгәмәләшеп ултырғанда Миләүшә Ҡаһарманованың гәзиттә баҫылған “Әсебар” тигән яҙмаһына ла ҡағылдыҡ. Апай кеше, ысын булған микән ул ендәр менән бәйле хәл, тигәс, Солтан ағай үҙе шаһит булған бер ваҡиғаны бәйән итеп ташланы.
-Заповедникта эшләп хаҡлы ялға сыҡтым мин. Шунда охранала эшләгәндә бер ғәҙәти булмаған хәлгә тарыным. Мәһәҙей яғынан Һарғаяға (ҡурсаулыҡ биләмәһенә ингән сиктә) киткән ерҙә Башарт тауында охран будкаһы бар. Шунда төнгө дежурға ҡалдым. Төн уртаһында геүләшеп әллә күпме кеше килде бит мин ултырған өй янына. Ныҡ шаулашҡастар, ипләп кенә соланға сығып, тәҙрәһенән күҙ һалдым. Өйҙән алыҫтараҡ күҙҙәре генә быҙылдап әллә күпме кеше баҫып тора. Икәүһе өй янына уҡ килеп еткән. “Бар, сығарығыҙ шуны”, тип бойоралар алыҫтағылары. Тегеләре : “Инеп булмай, эттәре бар”, тиҙәр. Ысынлап та, соланда ике көсөгөм бар ине. Фонарымды биттәренә тоҫҡайым, тиһәм, арттарын ҡуя ла ҡуялар. Ҡулға балта тотоп алғанмын. Теге пәрейҙәрҙе ҡурҡытмаҡ булып, төрлөсә ҡысҡырған булам үҙем.
Йоҡо ҡайғыһы булманы. Таңға тиклем ыҙалаттылар ҙа, яҡтырғас юҡ булдылар.Кистән ҡырпаҡ ҡына ҡар яуғайны. Мине алышытырыусы килгәс, тегенең менән төндә “кешеләр” баҫып торған ерҙе барып ҡараныҡ. Ысынлап та, ул тирә тапалып бөткән. Тик ҡайҙандыр килгән эҙ ҙә, киткән эҙ ҙә юҡ. Шул ерҙә зым-зыя юҡ булған да ҡуйғандар. Осоп киткәндәрме инде, кем белһен.
Шунан һуң будкаға артыш алып килеп элдек, мулланан аят яҙҙырып алып, ишек башына ҡуйҙыҡ. Былай башҡа ундай хәл ҡабатланманы.
Баҡтиһәң, ул тирәнең ен юлы икәнен ололар белгән икән. Ауылдашыбыҙ Ғәрибә инәй бер мәл, ен-пәрейҙәрҙең юлдары шунан үтә, тап булғандары юҡмы, ыҙалатмайҙармы, тип һорай ҡуйғайны шул, - тип һөйләне 69 йәшлек Солтан ағай.Донъяның серҙәре бихисап шул.
Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: