Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 17:15

ОСТЕОХОНДРОЗ ЙОНСОТҠАНДА ДӨГӨ КЕҮӘҪЕ ЯРҘАМҒА КИЛЕР

Тоҙҙар ултырыу арҡаһында быуындар, бил һәм елкә ауырта башлай.Дөгө кеүәҫе организмдағы артыҡ тоҙҙарҙы ҡыуырға ярҙам итә. Уны әҙерләү ысулы ла ябай ғына.Ҡайнап һыуынған һыуға 4 аш ҡалағы дөгө, 3 аш ҡалағы шәкәр һәм 5 бөртөк ҡара йөҙөм һалырға. Болғатып, 4 көнгә йылы урынға ҡуйырға. Эҫерәк урын булһа, 3 көн дә етә. Бынан һуң кеүәҫте шешәләргә һөҙөп алырға һәм һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Тоҙҙар ултырыу арҡаһында быуындар, бил һәм елкә ауырта башлай.
Дөгө кеүәҫе организмдағы артыҡ тоҙҙарҙы ҡыуырға ярҙам итә. Уны әҙерләү ысулы ла ябай ғына.Ҡайнап һыуынған һыуға 4 аш ҡалағы дөгө, 3 аш ҡалағы шәкәр һәм 5 бөртөк ҡара йөҙөм һалырға. Болғатып, 4 көнгә йылы урынға ҡуйырға. Эҫерәк урын булһа, 3 көн дә етә. Бынан һуң кеүәҫте шешәләргә һөҙөп алырға һәм һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Кеүәҫте ярты стаканлап көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң эсергә кәңәш ителә.
Кеүәҫтең артабанғы порцияһы тәүге порцияның ҡалдыҡтары ҡушылып әҙерләнә – һыуы һөҙөп алынғас ҡалған массаға 1 литр һыу, 3 аш ҡалағы дөгө, 3 аш ҡалағы шәкәр һәм 4 ҡара йөҙөм һалырға ла йәнә йылы урында 3-4 көн әсетергә.
Икенсе порцияның да ҡуйыһын ташламағыҙ, өсөнсө порция өсөн файҙаланығыҙ. Ләкин йәнә 2 ашҡалағы дөгө, 2 аш ҡалағы шәкәр, 3 йөҙөм өҫтәргә кәрәк.Кеүәҫте курстар менән берәр айлап эсергә һәм туҡтап торорға кәрәк.
(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ).
Т. БАҺАУЕТДИНОВА әҙерләне.
Читайте нас в