Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 16:55

Отошто башлап ебәрҙек

Бисмиллаһ итеп 2021 йылға “Яйыҡ” гәзитенә яҙылыусылар араһында отош уйынын башлап ебәрҙек. Тәүге еңеүсебеҙ Ураҙ ауылынан Мәүлитбай Ғниәтуллин. Бүләккә уға плед эләкте.

Бисмиллаһ итеп 2021 йылға “Яйыҡ” гәзитенә яҙылыусылар араһында отош уйынын башлап ебәрҙек. Тәүге еңеүсебеҙ Ураҙ ауылынан Мәүлитбай Ғниәтуллин. Бүләккә уға плед эләкте.
Мәүлитбай Миҙхәт улы - хаҡлы ялдағы уҡытыусы. 47 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған. 40 йыл ғына Ураҙ лицейында эшләгән - хәрби етәксе булған һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненән белем биргән. Еңеүсебеҙ запастағы майор ҙа. БР-ҙың Мәғариф отличнигы, РФ-тың мәғариф алдынғыһы. 2009 йылда уҙғарылған “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсы еңеүсеһе лә.
- Эшемде, балаларҙы ныҡ яраттым, күңел биреп эшләнем. Коллектив һәйбәт булды, һәр яҡлап күтәрмәләп, дәртләндереп торҙолар. Шуға ла ғүмеремдең дүрт тиҫтәһен Ураҙ лицейына бағышлауым юҡҡа ғына түгел, - тип үҙе эшләгән йылдар тураһында фекер йөрөтә Мәүлитбай Миҙхәт улы.
Еңеүсебеҙ өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Рәүзилә Фазыл ҡыҙы менән (әйткәндәй, Рәүзилә ханым мәктәп бухгалтерияһында хеҙмәт иткән) ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ике ейәндәре, бер ейәнсәрҙәре бар.
Читайте нас: