Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 17:15

ТАМУҠТЫҢ ТУПҺАҺЫНДА Хикәйә Беренсе бүлек

Саттар Ғәфиәт улы тәүҙә үҙе барып килде. Элек арыу ғына урын биләгән кеше булғас, танып торалар икән. Бүлмәләрҙе, йөрөтөп, күрһәтеп сыҡтылар. Директор, тип таныштырған егет былай йүнсел генә күренә, бүлмәләр таҙа, йыйыштырылған. Аш бүлмәһенә үттеләр, тәмле еҫтәр сыға, хатта өҫтәлдәрҙә әфлисун, лимон күренә. Ошонан да яҡшыһын ҡайҙан табаһың инде, тип эстән уйлап ҡуйҙы Саттар. Хәҙер атайҙың үҙен, күрһәтеп, урынлаштырырға ғына ҡала. Оҙаҡҡа түгел бит. Тәүҙә – ике аҙнаға, шунан һуң – бер айға. Оҡшаһа, ошонда төпләнә ала.

Саттар Ғәфиәт улы тәүҙә үҙе барып килде. Элек арыу ғына урын биләгән кеше булғас, танып торалар икән. Бүлмәләрҙе, йөрөтөп, күрһәтеп сыҡтылар. Директор, тип таныштырған егет былай йүнсел генә күренә, бүлмәләр таҙа, йыйыштырылған. Аш бүлмәһенә үттеләр, тәмле еҫтәр сыға, хатта өҫтәлдәрҙә әфлисун, лимон күренә. Ошонан да яҡшыһын ҡайҙан табаһың инде, тип эстән уйлап ҡуйҙы Саттар. Хәҙер атайҙың үҙен, күрһәтеп, урынлаштырырға ғына ҡала. Оҙаҡҡа түгел бит. Тәүҙә – ике аҙнаға, шунан һуң – бер айға. Оҡшаһа, ошонда төпләнә ала.
Нисек кенә үҙен тынысландырмаһын, күңелендә ауыр ғына тойғолар уянды. Ҡоймаһы бейек, ләкин майҙаны бәләкәй, өс ҡатлы йорт шуның яртыһын, тип әйтерлек, алып тора. Ҡатыны, әлбиттә, Саттарҙы ғәйепләй: “Үҙең ҡуҙғаттың, үҙең алып килдең, хәҙер мәшәҡәттәрен дә үҙең хәл итәһең инде”, – тип тора. Ә бының өсөн ваҡыт кәрәк. Ваҡытты үҙенең бизнесына саҡ еткерә.
Саттар биш йыл элек ауылдан атаһы менән әсәһен килтергәйне. Ҡала эргәһендәге коттеджда йәшәнеләр. Ҡарттарға оҡшай, тәбиғәттең бик гүзәл ҡосағында ҡоштар һайрай, эргәлә генә Ағиҙел йылғаһы, тик әсәһе баштан уҡ килене менән уртаҡ тел таба алманы. Фәниә – ҡала ҡыҙы – ауыл әбейен оҡшатамы ни инде? Әсәһенең йорт эштәренә әллә ни ҡыҫылғаны ла булманы. Тәүҙәрәк өндәшмәй генә йөрөнө лә, ара-тирә килененең хаталарын төҙәткеләп китә икән. Саттарҙың ҡатынына был оҡшамаған. Нисек тә йәшәрҙәр ине әле, ҡарсыҡ ауырып китте. Уны дауалау, дауахананан дауаханаға йөрөтөү байтаҡ ваҡытты алды. Саттар бер дуҫы менән уртаҡ бизнесҡа нигеҙ һалғайны, эштәре былай табышлы ғына бара, әсәһе сирләгәс, эшен ҡалдырырға, ҡатынына йөкмәтергә мәжбүр булды. Бер йыл үттеме, юҡмы, әсәһе вафат булып ҡуйҙы. Инде әсәһенең ҡырҡын үткәргәйнеләр, эшкә тотонайым, тиһә, ҡатыны бизнесҡа эҫенгән дә киткән. Бәйләнештәр урынлаштырҙым, миңә оҡшай, һин хәҙергә атайыңды ҡарап тор, тип ең һыҙғанып тотондо ла ҡуйҙы. Ә ни өсөн эҫенеп китеүе һуңынан асыҡланды...
Бына Саттар әле ҡарттар йортона атаһын урынлаштырып йөрөй. Ҡарт былай иҫен юғалтмаған әле, ләкин ҡайҙа килеп эләккәнен, ҡапҡаны аша үткәс тә, һиҙеп ҡалды:
– Эх, улым, был бит ҡарттар йорто, – тине.
Саттар шул тиклем ғәрләнде, баҫҡан урынында борола яҙҙы. Күреп тора, атаһының ҡулдары төштө, бите һалынды, күҙ алдында ҡыйшайҙы ла ҡуйҙы.
– Атай, оҙаҡҡа түгел, – тине улы. – Бына бер аҙ эштәрҙе көйләйбеҙ ҙә, кире ҡайтырһың, – тип ышандырырға тырышты.
– Ауылғамы? – тип йөҙө асылып китте ҡарттың. – Ауылға булһа, ҡайтам! Күркәленең һауаһы бөтөнләй икенсе бит! Күркәленең һауаһына етәме һуң инде!
Ата менән улды директор үҙе ҡаршылап тора. Бик йылғырҙыр, исеме, атаһының исеме менән өндәшә бит әле!
– Рәхим итегеҙ, Ғәфиәт Уралович! – тине ул. – Әйҙәгеҙ, Саттар Ғәфиәтович! Танышып сығығыҙ! Беҙ бында бер ҙур ғаилә булып йәшәйбеҙ! Барыһына ла оҡшай, хатта ҡайтҡылары килмәй, ошонда ғына йәшәйбеҙ, тиҙәр ҙә ҡуялар. Ә бына кем килә, таныйһығыҙмы?
Саттар саҡ сырамытты. Кем булды һуң әле ул был? Бигерәк йөҙө таныш. Бәй, был бит Сәмиғуллин! Элекке беренсе секретарь! Ҡара әле, үҙенән нафталин еҫе килеп торған һымаҡ, ә йәп-йәш күренә. “Беренсе”, әйтерһең, ғүмер буйы бергә йәшәгән. Тәүҙә Ғәфиәт ҡартты, аҙаҡ Сатарҙы ҡосаҡлап уҡ алды:
– Рәхим итегеҙ! Рәхим итегеҙ! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! – тине ул ауыҙын йырып. – Бында беҙҙең өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Әлдә бына директор ҡусты бар, беҙҙе ҡарайҙар, ашаталар, көн һайын концерт, кино, телевизор, ҡыҙҙар кәрәкһә, бына, әбейҙәр ултыра. Килеп, дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Бында – ожмах, ерҙәге ожмахтың үҙе! Короче, вам повезло! Короче, бына ошо була ул –коммунизм! Беҙ шуның өсөн көрәштек!
Сәмиғуллиндың телмәре Ғәфиәт ҡартты дәртләндереп ебәргән һымаҡ булды. Ул инде хәҙер язаға хөкөм ителгән кеше һымаҡ түгел, йәшәүгә ышаныс, өмөт менән ныҡ итеп атлай. Саттар Ғәфиәт улы ла ҡыуанып китте:
– Бында һис тә насар түгел, шикелле. Юғиһә, төрлөһөн һөйәләйҙәр. Ана, бер көн телевизорҙан күрһәттеләр. Ҡот осҡос! Өфө эргәһендә хәҙер шундай пансионаттар күбәйҙе шул. Тәртип тә юғыраҡтыр. Шөкөр! Быныһы ундайға оҡшамаған, шикелле.
Саттар атаһын уйлай. Ҡәнәғәт булып ҡына йөрөһә ярар ине.
Бинаның бер ҡанатына ишек асылды, аһылдашҡан, шөҡәтһеҙ ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде. Ауыр еҫ бөркөлдө. Директор, бер екереү менән, ишекте япты һәм бикләтте.
– Унда беҙҙең ауырҙар ята. Улар менән ҡыйыныраҡ, араларында төрлөләре бар, тине ул аҡланған һымаҡ.
Шөҡәтһеҙ тауыштар тиҙ таралһа ла, тынсыу еҫ бик ныҡ һеңгәйне. Саттарҙың күңеле болғанды, тағы ла уңайһыҙланып, атаһына ҡарап ҡуйҙы. Директор:
– Әйҙәгеҙ, эштең башы – аш, – тип икеһен дә өҫтәл артына ултыртты. – Бына – бөгөнгө рацион. Теләгәнгә – билмән, кемгә – борщ, кемгә – ҡуллама. Икенсе блюдо менән дә шул уҡ хәл. Диета һаҡлана, ит юғары сифатлы, үткәреп кенә бирәбеҙ, сөнки күбеһенең теше үтмәй. Ашау ресторан-кафеларҙан арыуыраҡ. Бында иң яҡшы ашнаҡсылар эшләй. Әгәр шикләнһәгеҙ, ышанмаһағыҙ, эскә керәбеҙ, – тип ныҡыша һаман директор.
– Юҡ, юҡ, кухняғыҙ бик матур күренә, тип тынысландырҙы Саттар хужаны. – Ашығыҙ ҙа бик тәмле.
Саттар ҡатыны бешергән ашты хәтергә төшөрҙө. Фәниә ханым шундай итеп бешерә, ашарлыҡ та, ауыҙға алырлыҡ та түгел. Ә быларҙың – һәйбәт.
– Ә хәҙер йоҡо бүлмәһен ҡарайыҡ, – тине директор. – Мин үҙем, юғары белемле булғас, өлкән йәштәгеләрҙең бәхетле ҡартлығын тәьмин итеү өсөн нимә кәрәклеген беләм. Хәҙер ике йыл эшләйбеҙ, бер жалоба булғаны юҡ. Ана бит, телевизорҙан нимә күрһәтәләр! Беҙҙә уның булыуы мөмкин түгел!
Саттар аҡрын ғына атаһын күҙәтә. Ҡарт һиҙҙе ҡайҙа килеп эләккәнен. Ҡарттар йорто, нисек атаһаң да, нисек биҙәһәң дә, ҡарттар йорто инде ул, курорт та, санаторий ҙа түгел. Саттар ҡайтырға йыйынды. Аттаһы әллә иларға итә инде, көс-хәл менән ултырған һымаҡ. Хушлашыуы бигерәк ауыр булды:
– Эх улым, – тине. Нимәлер әйтергә ынтылды, өндәшә алманы, тыны быуылды. – Ерләгәндә ауылға алып ҡайт, – тине лә, боролоп, китеп барҙы.
– Борсолмағыҙ, Саттар Ғәфиәтович! Улар бит хәҙер бала һымаҡ. Бына, мине бәләкәй саҡта пионер лагерына ебәрҙеләр. Түҙмәйем инде, атай-әсәйҙе һағынам, ҡайтҡы килә. Егерме бер көндө саҡ үткәреп ебәрҙем, – тип хәтирәләргә бирелде директор.
Ғәфиәт ҡарт алыҫ китмәне, ағас төбөнә барып эйелде. Директор быны күреп ҡалып:
– Туҡтағыҙ, ағайҙы үҙем урынлаштырам, – тип бина эсенә кереп китеүе булды, эргәһенә, ҡарсыға һымаҡ, йәлп итеп “беренсе” килеп етте.
– Обкомда эштәр нисек? Беҙҙекеләр ныҡ торамы? Бында – тамуҡ! Тамуҡ ошонда башлана! Беҙҙе туҡмайҙар, ҡортлаған ит ашаталар! Бына һеҙҙе арыу ашаттылар. Һин туйҙың, ә беҙ ас ултырабыҙ! Был бит – төрмә! Беҙҙе бында бикләп тотоу дөрөҫ түгел! Партия йәшәйәсәк! Беҙ барыбер еңәсәкбеҙ! Бындағы хужаларҙың бөтәһен дә атып бөтәсәктәр! Мин беләм, күңелем һиҙә! Бындағы фашист ҡалдыҡтарын Гитлер ҡалдырып киткән. Мин һине лә, атайыңды ла үҙебеҙҙең ойошмаға яҙам. Беҙ бер заман барыбер еңәсәкбеҙ! Мин әле аҡса йыям. Билетлыҡ аҡса туплаһам, барыбер ҡасасаҡмын, Мәскәүгә Думаға барып етәсәкмен! Унда ла булмсаһа, ООН-ға осасаҡмын! Ярамай! Беҙ ғүмер буйы эшләнек! Ветерандарҙы бындай хәлдә тоторға ярамай! Күрҙегеҙме, уң ҡулда ишек бар? Шуның эсендә әбейҙәр ҙә, бабайҙар ҙа шәрә яталар. Сөнки ҡарағылары килмәй.
“Беренсе”нең һөйләгәндәре Саптар Ғәфиәт улын шаңғытҡан һымаҡ булды. Әйтерһең дә, уны тотоп алдылар ҙа, төрлө яҡтан тороп, күҫәктәр менән бәргеләнеләр.
Саттар бер һүҙ ҙә өндәшә алманы, күҙ ҡырыйы менән генә директорҙың йүгереп килгәнен күреп ҡалды.
– Нимә һөйләй, нимә һөйләй был тағы? – тине ул уҫал итеп.
“Беренсе”нең ауыҙ китте йәйелеп. Саттарға күҙ ҡыҫты.
– Маҡтайбыҙ, директор ҡустым, маҡтайбыҙ! Әлдә һеҙ бар, директор ҡустым! Һеҙгә рәхмәт! Партияға рәхмәт! Йәшәһен беҙҙең уртаҡ йортобоҙ! Беҙ уны берәүгә лә бирмәйәсәкбеҙ!
Дауамы: Икенсе бүлек
Р. Мәүлитҡолов
Читайте нас: