Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 17:00

Тауыҡ итенән йомороҡайҙар

Кәрәк: 500 гр тауыҡ ите (һөйәкһеҙ), 1 һуған, 1 йомортҡа, 3 теш һарымһаҡ, 200 мл ҡуйы һөт, 150 гр ҡаты сыр.

Кәрәк: 500 гр тауыҡ ите (һөйәкһеҙ) 1 һуған, 1 йомортҡа, 3 теш һарымһаҡ, 200 мл ҡуйы һөт, 150 гр ҡаты сыр.
Тауыҡ итен ваҡ телемдәргә киҫеп сығабыҙ. Уға туралған һуған, тоҙ, борос, йомортҡа һалып ныҡ итеп туғырға. Форманы ҡуйы һөт менән һылап сығабыҙ. Итле массанан ҙур булмаған түңәрәктәр әҙерләп, формаға теҙәбеҙ. Уны духовкала 180 градуста 10-15 минут бешереп алабыҙ. Йомороҡайҙар бешеп сыҡҡансы, сырҙы ваҡ ҡырҡыстан үткәреп, уға һарымһаҡ иҙеп, ҡуйы һөт ҡушып туғыйбыҙ. Артабан духовканан итле форманы сығарып, өҫтөнә сырлы шыйыҡсаны һәр йомороҡайға ағыҙабыҙ. Тағы 15-20 минут тирәһе духовкала бешереп алабыҙ.
Телде йоторлоҡ ашамлыҡ әҙер!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: