Яйыҡ
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 18:40

Ҡыҙ бала ут эсенән сығырға тырышҡан, әммә...

"Янғын ҡаҙанлыҡ бүлмәһе яғында башлана. Күршеләр төтөн күреп ҡалыу менән ярҙамға ташлана. Минең атай-әсәйем дә унда була, тәҙрәләренә туҡылдата, тик бер кем дә ишекте асмай.

Әлшәй районының Шафран ауылында булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Унда шәхси йортта янғын сығып, 62 йәшлек ир менән уның биш йәшлек ейәнсәре янып үлде. Әле был аяныслы хәлдең нескәлектәре билдәле булды.
Асыҡланыуынса, был йортта ике балалы ғаилә һәм хужабикәнең атаһы йәшәгән. Ирле-ҡатынлы кис менән район үҙәгенә магазинға тип китә. Һигеҙ йәшлек өлкән малайҙары күршеләренә уйнарға инеп китә, ә биш йәшлек ҡыҙҙары олатаһы янында өйҙә ҡала.
"Янғын ҡаҙанлыҡ бүлмәһе яғында башлана. Күршеләр төтөн күреп ҡалыу менән ярҙамға ташлана. Минең атай-әсәйем дә унда була, тәҙрәләренә туҡылдата, тик бер кем дә ишекте асмай. Тыштан күренеүенсә, йорт эсе тулы төтөн, ә ишек тыш яҡтан эҫе. Өйҙәре ҙур, сайдинг менән көпләнгән, шуға ағыулы төтөн бик күп була. Күршеләр саҡ-саҡ инә ала ла бит, тик һуңға ҡала шул", – тип һөйләгән күршеләре Әлмира.
Хужабикә - 38 йәшлек Динә - ире Ринат менән район үҙәгенә аҙыҡ-түлек алырға тип китә. Шулай уҡ уның фалиж һуҡҡан атаһының аҫлыҡтары (подгузник) бөткән була. Ирле-ҡатынлы бәләкәй ҡыҙҙарын өйҙә олатаһы янында ҡалдырырға ҡарар итә, күп кеше йөрөгән урынға алып барғылары килмәй. Балаға яңғыҙына күңелһеҙ булмаһын тип, әсәһе уға телефонын да ҡалдырып китә.
"Уға бөтәһе лә шылтыратып, өйө яныуы тураһында әйтергә тырышты, тик телефонын алманы. Йыраҡ йәшәмәгән Ринаттың ата-әсәһе килгәс кенә, улар улдарына шылтырата алды. Динә менән Ринат ҡайтҡан саҡта күршеләре аталарын сығарып өлгөргәйне. Ул үлгән ине. Ә баланы оҙаҡ таба алманылар. Янғын һүндереүселәр туҡтатырға тырышһа ла, Динә янған өйгә йүгереп инеп китте, балаһының исемен ҡысҡырып эҙләне... Ҡыҙыҡай, күрәһең, тәүҙә сығырға тырышҡан, аҙаҡ ҡурҡынып йәшенгәндер. Тапҡанда ул аңында түгел, пульсы ла юҡ ине. "Ашығыс ярҙам" килгәнсе ата-әсәһе яһалма тын алдырып ҡараны, аҙаҡ дауаханаға алып киттеләр. Табиптарҙы юлда осратып, уларға тапшырғандар. Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләп ҡарай, тик һуң була шул, бер сәғәттән баланың үлгәне ишетелде", – ти Әлмира.
Ауылдаштары был ғаиләне тик яҡшы яҡтан телгә ала. Динә менән Ринат 15 йыл элек өйләнешкән, һәр ваҡыт бала тураһында хыялланғандар. Тәүҙә килеп сыҡмаһа ла, туғыҙ йылдан улдары, тағы өс йылдан ҡыҙҙары тыуа. Улар Шафран ауылында йорт һатып алып, уны бик матур итеп эшләй.
"Бигерәк бала йәнле ғаилә. Һәр ваҡыт улар өсөн йәшәгәндәрен, тормош мәғәнәһен уларҙа күреүҙәрен әйтә инеләр. Бер нисә ай элек Динәнең атаһын фалиж һуға. Ҡыҙы уны үҙенә алып ҡайта һәм ҡарай башлай. Улар бәхетле ине. Былтыр ремонт эшләнеләр. Ни өсөн янғын сыҡҡандыр, әле билдәле түгел", – тигән ғаилә дуҫтары.
Әле бәхетһеҙ ата-әсә ҙур ҡайғы кисерә. Улар өлкән улдары менән ир кешенең ата-әсәһенә күскән. Өйҙәрен йүнәтеп алырға мөмкин, тиҙәр.
Әле иһә күршеләре һәм яҡындары Төкәевтәр ғаиләһенә ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыу иғлан иткән. Әгәр ярҙам итергә теләһәгеҙ, 8(905)356-85-29 телефонына беркетелгән картаға аҡса күсерә алаһығыҙ (Дина Валерьевна Тюкаева).
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: КП-Өфө.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в