Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 17:10

Йөҙйәшәр инәй заман уңайлыҡтарынан баш тартҡан

Балтас районы Үрге Ҡарыш ауылында йәшәгән 100 йәшлек Бибиәсмә Әхкәметдинова мейесенә утын яғып өйөн йылыта, урамдан һыу ташып, сәй ҡайнатып эсә.

Балтас районы Үрге Ҡарыш ауылында йәшәгән 100 йәшлек Бибиәсмә Әхкәметдинова мейесенә утын яғып өйөн йылыта, урамдан һыу ташып, сәй ҡайнатып эсә.
Зәңгәр яғыулыҡ был ауылға ингән, әммә, цивилизация емешен татыу мөмкинлеге булһа ла, йөҙйәшәр заман рәхәтлектәренән баш тартҡан. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигән хәҡиҡәтте бәләкәйҙән күңеленә һеңдереп үҫкән, ҡыштырҙап йөрөп ятыуҙың һаулыҡҡа ыңғай йоғонтоһон яҡшы аңлай.
Үкенескә күрә, Бибиәсмә Хәкимйән ҡыҙы быйыл берҙән-бер балаһын юғалтҡан. Рәшитенең үлемен бик ауыр кисергән инәй. Ә ире, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Балағотдин Әхкәметдин улы бынан 11 йыл элек, 94 йәшендә, яҡты донъя менән хушлашҡан.
"Хәҙер ике ейәнем, бер ейәнсәрем, дүрт бүлә-бүләсәрем тип бауыр баҫам, – ти Бибиәсмә инәй. – Заманында беҙҙең ауыл гөрләп торҙо, Калинин исемендәге колхозда Балағотдин дә, мин дә комбайнда эшләнек, баҫыуҙа иген һуҡтыҡ".
Үрге Ҡарыш халҡы әйтеүенсә, Бибиәсмә инәй - ауылдың тотҡаһы, уға кәңәш һорап та, тарихты һөйләтеү өсөн дә йыш киләләр. Йортонан, шөкөр, кеше өҙөлмәй. Ағинәйгә ныҡлы һаулыҡ, күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ.
Фото: Рита Хәйретдинова.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: