Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 13:15

10 йыл төрмә янай

3 ноябрҙә Өфөнөң Менделеев урамында "Мерседес-Бэнц" автомобиленддәге водитель танытмаһы булмаған 25 йәшлек егет ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең туҡтарға тигән законлы талабына буйһонмай, уларҙың береһен бәрҙереп ҡасҡайны.

3 ноябрҙә Өфөнөң Менделеев урамында "Мерседес-Бэнц" автомобиленддәге водитель танытмаһы булмаған 25 йәшлек егет ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең туҡтарға тигән законлы талабына буйһонмай, уларҙың береһен бәрҙереп ҡасҡайны. Егет ауыр енәйәттә - власть әһеленең һаулығына, ғүмеренә зыян килтерерлек көс ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, эҙләү иғлан ителгән. Был ҡылығы өсөн уға ун йыл төрмә янай.
Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, ауыр енәйәт ҡылып ҡасып йөрөгән, эҙләү иғлан ителгән Артур Ғәзизовҡа ҡарата Өфөнөң Киров районы суды яуаплылыҡ төрөн һайлаған: ҡулға алынасаҡ көнөнән иҫәпләп, уны әле үк ике айға һаҡ аҫтына алырға тигән ҡарар сығарылған.
Фото:russian.city
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: