Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 18:05

АҠТҮШ ФӘЛСӘФӘҺЕ

Күп йәшәгән ни белгән, күп йөрөгән - шул белгән, тигән әйтем бар халыҡта. Ә бына Аҡтүш тыуғандан алып ошо үҙе элмәкләнгән өс метр сынйыр оҙонлоғонан ары йөрөгәне булмаһа ла, бик күпте күрҙе һәм күпте белә. Һис юғында, эт үҙе тураһында шулай уйлай. Был йортта хәҙер байтаҡ йәшәй инде. Кәмендә ун биш йыллап барҙыр.

Күп йәшәгән ни белгән, күп йөрөгән - шул белгән, тигән әйтем бар халыҡта. Ә бына Аҡтүш тыуғандан алып ошо үҙе элмәкләнгән өс метр сынйыр оҙонлоғонан ары йөрөгәне булмаһа ла, бик күпте күрҙе һәм күпте белә. Һис юғында, эт үҙе тураһында шулай уйлай. Был йортта хәҙер байтаҡ йәшәй инде. Кәмендә ун биш йыллап барҙыр. Оло ҡыҙҙары Зәлиәнең, ул сағында өс йәшлек ҡыҙыҡайҙың, һүҙен йыҡҡыһы килмәгән әсәһе күрше ауылдан алып ҡайтҡайны уны. Ҡасып китмәһен тип, ғаилә башлығы шунда уҡ көсөктө ауыр сылбыр тағып, ҡаҙаҡлап та ҡуйҙы. Быйыл Зәлиәгә 18 тула. Шулай булғас, яңылышмаған Аҡтүш.Эт ғүмере өсөн ун биш йыл аҙ түгел, әлбиттә. Яҡшы тәрбиә, матур мөғәмәлә күргәндәр генә ошо йәшкә тиклем йәшәй ала. Һәр хәлдә, шулай ти эт тотоусылар.Ә Аҡтүш нисек йәшәне һуң? Ашау-эсеү яғынан, һис шикһеҙ, һәйбәт булды уның. Хужабикә айырым бешереп, тәрбиәләп ашатты. Ҡыҙҙар ҙа иғтибарынан ташламаны. Уларға рәхмәттән башҡа бер һүҙе юҡ. Шулай ҙа һәр ваҡыт көсөргәнештә йәшәүен уйлағанда, тормошон яҡшы тип әйтә алмай. Бына әле лә башын йәтешләп кенә алғы тәпәйҙәренә һалып ойоп ятҡан еренән һикереп торҙо. Хужа ҡапҡанан ингәндә йәки ихатала йөрөгәндә ятып ҡара! Әле лә ҡойроғон артыҡ болғамай ғына ғаилә башлығының күҙенә ҡараны. Шөкөр, уныһы ҡапҡанан инде лә, эткә иғтибар итмәй генә, ихатаға үтте. Бындай күренеш бик һирәк эләгә Аҡтүшкә. Юғиһә, бер ҙә юҡҡа ороша ла йөрөй. Үҙе ашатҡан кешеләй, ашауҙы ғына уйлап ятаһыңмы, әрәмтамаҡ, тип, теңкәһенә теймәй үтмәй. Өрһәң, нимә ләүкелдәйһең, ти. Өрмәһәң, үҙеңдең эт икәнлегеңде онотма, давай өр, һинең эшең шул, тип бәйләнә.Уныһына ғына түҙергә була, тик ҡайһы берҙә бигерәк мыҫҡыл итә, мәсхәрәләй шул. Аҡтүш үҙе лә һиҙмәҫтән ҡалтыранып ҡуйҙы. Бәләкәй балалар епкә ҡағыҙ урап, бесәй балаһын уйнатҡан кеүек, хужаһының һөйәккә бау тағып, уны ауыҙға ҡаптым ғына тигәндә тартып алып, үҙенең этте һемәйтеүенән, уныһынан да бигерәк асыу ҡатыш хәсрәт тулы күҙен күреүенән мәҙәк табыуын яратмай ул. Ғөмүмән, хужаһы башҡаларҙан һәр ваҡыт айырылып торҙо: кеше көлмәгәндә уға ҡыҙыҡ, башҡалар көлгәндә, киреһенсә, уның асыуы ҡабара.Бына әле лә аҙна-ун көн күрмәгән ғаиләһенең хәлен дә һорашмай, тупһаға етер-етмәҫтән екерҙе:- Ғәфләт йоҡоһо баҫтымы әллә бөтәгеҙҙе лә? Ямғыр килә бит! Аяҡ кейемдәрен соланға индерегеҙ. Керҙәрегеҙҙе йыйып алығыҙ, себештәрегеҙҙе ҡаплағыҙ. Ямғырға эләгеп кенә ҡараһын, үҙегеҙ күшеккәнсе өйгә индермәйәсәкмен, - шулай һөйләнә-һөйләнә өйгә инеп китте.Ул әрләгән кешеләр, йәғни ҡатыны, ике ҡыҙы баҡса утай ине. Аҡтүш уларҙың екеренеүсегә тауыш бирмәй ҡалыуҙарын килештермәне. Хәҙер оторо ҡыҙыр инде, тип хәүеф тулы ҡарашын һарай артындағы баҡсаға йүнәлтте. Ул да булмай, хужаһы өйҙән елтәңләп килеп сыҡты ла, ихата яңғыратып һүгенеп тә ебәрҙе.- Яуһа, бик яҡшы булыр ине әле, яумай ғына шул... - хужабикә тыныс күренә, әммә иренең битәрләүенән ҡатын күңеленә ялҡын ҡапҡанын бик яҡшы һиҙә ҡарт эт.Яуындың әҫәре лә булмаһа ла, ҡатын ҡыҙҙары йүгереп йөрөп йыуылған керҙәрен йыйып алды, ҡош-ҡортто һарайға япты. Тупһала ҡулын бөйөрөнә таянып ҡарап торған иренә әйләнеп тә ҡарағыһы килмәгәнлеген һиҙә Аҡтүш. Бер айға тип эшкә китеп, ун көндән ҡайтҡан аталарын ҡыҙҙары ла һағынып өлгөрмәгәйне - улары картуф баҡсаһына йүнәлде. Ә әсәләре ҡулын йыуып, юлдан ҡайтыусыға табын әҙерләргә өйгә атланы.Был йортта ҡасан булһа ла тыныслыҡ урынлашырмы, тигән уй йыш башына килә эттең. Былтыр бөйөрө ауыртыуына сыҙай алмай дауаханаға барған йорт хужаһын, эсһәң, оҙаҡламай үләһең, тип ныҡ ҡурҡытҡандар, ахыры, шул йөрөп ҡайтыуынан рюмкаға башҡа үрелмәне. Эсмәгәс, ғаиләһе ҡыуанды, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул...Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ, тигәндәре дөрөҫ икән боронғоларҙың. Ире эсмәһә, бөтәһе лә яйланыр, тип өмөтләнгән ҡатын күп тә үтмәй был уйынан төңөлдө. Быға тиклем эсеп, һуғышып, тынғылыҡ күрһәтмәгән ире хәҙер юҡ-барға бәйләнеп, ваҡсылланып тәҡәтен ҡорота. Үҙе тапҡан аҡсаның ғына түгел, ҡатынының кеҫәһендәген дә һанап, йәненә тейә. Туған-тыумасаға ла көн бөттө. Уларҙы нисек етте, шулай рәнйетеп, үҙҙәренә юлды ябып ҡуйҙы. Шулай ҙа Аҡтүштең иң аптырағаны - ирҙең усаҡ-ҡаҙан тирәһендәге эштәргә ҡыҫылыуы. Күптән түгел бутҡаны бутап торһаң ғына бутҡа була, тигәнен ишетеп, күҙе маңлайына менгәйне. Ауылда аш-һыуға оҫта тигән даны сыҡҡан ҡатынына шулай аҡыл өйрәткәнен башына ла һыйҙыра алмай эт.Ире эскәндә Аҡтүш хужабикәһенә сабырлыҡ теләне. Баҡһаң, түҙемлек һораған һайын һынауы ла өҫтәлә икән. Хәҙер ул ҡатындың сыҙамлы булыуын теләмәй, сөнки ирҙең эсмәһә лә күңеле боҙоҡ икәнен белә. Хужабикәһенең артабан да түҙеп, башын эйеп йәшәгәнен күргеһе килмәй. Былай ҙа күп сабыр итте. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта ялан аяҡ күпме сығып йүгерҙе? Иҫерек абышҡаһының йоҡлағанын көтөп, эске күлдәксән көйө Аҡтүште ҡосаҡлап, эттең тән йылыһына йылынып ултырыуы ла бихисап.Ә йорт хужаһының уның тиҙәгендә аунап ятҡан саҡтарының да иҫәбе-һаны юҡ. Тупһаһына барып етерлек хәле булмай, ҡапҡанан ингәс тә эт ҡыуышы янына йығыла торғайны. Айыҡ мәлендә төптө юҡҡа бәйләнһә лә, иҫерек сағында Аҡтүште ҡосаҡлап ятыр ине. Шулай нисәмә тапҡыр уны туңып үлеүҙән һаҡлап алып ҡалды. Эсеүен ташлағас, быларҙың бөтәһе лә онотолдо инде. Тегеләй үткәндә кәзекләһә, былай уҙғанда тибеп китә этте. "Ярай мин бәйҙә торам. Ә бына үҙе уңған, үҙе матур ҡатынды нимә тота икән? Ҡайҙа барһа ла, юғалып ҡалмаҫ ине бит, - тип уйлай Аҡтүш. - Сабырлыҡты күп теләнем, бынан кире һорамайым".Шул саҡ өйҙән бүре олоғанға оҡшаған тауыш сыҡты ла тынып ҡалды. Эт һиҫкәнде. Тауышты баҡсала эш менән булған ҡыҙҙар ҙа ишетте, күрәһең. Ҡобаралары осоп, йүгереп өйгә инеп киттеләр. Ҡарт эт ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл тыуғанын бөтә күҙәнәктәре менән тойҙо һәм хужабикәһенә түҙемлек теләмәй, ҙур хата эшләүен аңланы: ҡатын иренең сираттағы ҡыйырһытыуын күтәрә алмай, бысаҡҡа үрелгәйне...Ғүмер буйы ғаиләһенә, туғандарына көн күрһәтмәгән ирҙе аҡ халатлыларҙың ҡәҙерләп носилкала, ә кешеләргә тик яҡшылыҡ теләгән, матурлыҡҡа ғашиҡ булған, быға тиклем әҙәм түгел, себенде лә рәнйетмәгән ҡатындың ҡулын артҡа шаҡарып алып сығып китеүҙәрен күҙен әллә ни арала ҡаплаған томан аша ғына ҡарап ятты Аҡтүш...Ғәҙел судтың иргә һалынған яраның үлемесле булмауын, ғаилә башлығының ғаиләһен рәнйетеп, көс ҡулланып йәшәүен, ҡатынды иһә, киреһенсә, ауылдаштарының тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлауын иҫәпкә алып, яратҡан хужабикәһенең аҡланып ҡайтыуын ғына күрә алманы. Йөрәге бер нисә айға һуҙылған ауыр ҡайғыны күтәрә алманы. Йәше лә оло ине шул...
Автор: Лена АБДРАХМАНОВА.
Читайте нас: