Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡынлашып килгән һалҡындар тураһында иҫкәртте. Шаршамбы, 18 ноябрҙә, республикала һауа температураһының минус 19 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Төньяҡ-көнсығышта боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ.
Ҡотҡарыусылар халыҡтан ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүҙәрен һорай: автомобиль йөрөтөүселәргә дистанцияны һаҡларға, хәүефле урында уҙмаҫҡа һәм тиҙлекте арттырмаҫҡа кәрәк. Йәйәүлеләргә ныҡ таймаған аяҡ кейеме һайларға, йылыраҡ кейенергә һәм башлыҡ, бейәләй тураһында онотмаҫҡа кәңәш бирәләр.
https://www.bashinform.ru/news/1522458-zhiteley-bashkirii-predupredili-o-nadvigayushchikhsya-morozakh/