Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 18:15

Егерме лә, өс тин..

Мәктәп тарихында бығаса бер ҙә булмаған ваҡиға - уҡыусылар ҡала баҙарында буласаҡ йәрминкәлә ҡатнашасаҡ!Гөлгөлдәр уҡыған алтынсы класс уҡыусылары айырыуса ныҡ тырышты : малайҙар хеҙмәт дәресендә семәрләп биҙәп туҡмастаяҡ - таҡталар әҙерләһә, ҡыҙҙар сигеп-һырлап салфеткалар, үтә оҫтараҡтары еңһеҙ күкрәксәләр ҙә бәйләп һалды. Балаларҙың иңдәренә иң ҡанат ҡуйғаны - һатҡан аҡса үҙҙәренә буласаҡ!

Мәктәп тарихында бығаса бер ҙә булмаған ваҡиға - уҡыусылар ҡала баҙарында буласаҡ йәрминкәлә ҡатнашасаҡ!Гөлгөлдәр уҡыған алтынсы класс уҡыусылары айырыуса ныҡ тырышты : малайҙар хеҙмәт дәресендә семәрләп биҙәп туҡмастаяҡ - таҡталар әҙерләһә, ҡыҙҙар сигеп-һырлап салфеткалар, үтә оҫтараҡтары еңһеҙ күкрәксәләр ҙә бәйләп һалды. Балаларҙың иңдәренә иң ҡанат ҡуйғаны - һатҡан аҡса үҙҙәренә буласаҡ!Гөлгөлдөң тегеү-бәйләүгә әллә ни таһыллығы юҡ, уның ҡарауы ул йоҡаҡ ҡына итеп туҡмас йәйә белә, күп кенә итеп бишбармаҡ, туҡмас әҙерләне шуға. Өләсәһенең : "ҡала кешеһе миндекте яратып ала торған, алып бар бер-ике пар" - тигәненә тәүлә көлөп ҡарағайны ла, класс етәкселәренең :"кемдәрҙә зәңгәр, һары мәтрүш бар, йә миндек күп, шуны алһағыҙ ҙа була"- тигәнен ишетеп, ике пар йәтеш миндекте шыптыр тоҡҡа һалып мәктәп бүлмәһенә алып барып һалды.Аҙна эсендә арыуыҡ һатымлыҡ әйбер төйнәне алтынсылар. Һәр кластан ике "һатыусы" һайларға ҡушылған икән. Һайлау ғәҙел булһын өсөн йәрәбә тартырға булдылар. Ҡағиҙәне боҙоп ике - өс тапҡыр һайлау үткәрергә тура килде уларға.Кластарын өлгәшмәүе арҡаһында артҡа һөйрәүсе Рәмзил исемле малай өлөшөнә төшә лә ҡуя ине "бәхет". Уны нисек ҡала баҙарында һатыусы итмәк? Ни русса белмәй, хисап яғына ла һылтыҡлап ҡына ҡалмай тәнтерәкләгәндәй тиерлек.Оҙаҡ ҡына кәңәш иткәндән һуң Алһыу менән Гөлгөлдө һатыусы булырға күндерҙеләр. Алһыу ҡыйыуһыҙ ғына яурын һелкһә, Гөлгөл эстән генә ҡыуанһа ла, бергилке инәлтеп маташты.Һәр әйберҙе ҡағыҙға теркәп яҙып, хаҡын йәбештереп, кемгә күпме төшөм тейешлеген дә билдәләргә онотманылар.Йәкшәмбе көн, мәктәп директоры оҙатыуында ҡалаға юлланды ауыл балалары.Ауылдыҡылар килгәнсе ҡала баҙары гөрләй ине инде. Бындай ҙа күп кешене күреп өйрәнмәгән Гөлгөл бергилке һәр үткән кешегә тексәйеп, секунд һайын тиерлек "ыздрасти, ыздрасти"- тип ҡабатланы. Һаулығын алғаны алды, алмағаны ҡыҙҙы аша ҡарап уҙыу яғын белде.Алып килгән тауарҙарын мәктәптәре өсөн бүленгән ергә теҙеп ҡуйып сығыуға баҙар оторо геүләне. Әле был, әле теге һатып алыусының килеп аҡса һоноуына Гөлгөл ҡыуанды ғына. Өләсәһе белеп әйткән, миндектәр иң беренсе булып аҡсаға әйләнеп осто.Алһыу аҙыҡ - түлек бүлегендә. Әсәй өләсәйҙәре ярҙамында бешерелгән тәмле күмәстәр, табикмәк-йыуасалар "һә" тигәнсе "городскойҙарҙың" күҙен ҡыҙҙырып моҡсайҙарына төшөп ятты. Ана, Алһыуҙың да баҙары шәп барғанлығын өҫтәлендәге ярым бушлыҡ асыҡ дәлилләй.Эх, аҙна һайын ошолайтып аҡса "һуғырға" ине ул, тип уйланы Гөлгөл. Шыптыр моҡсай эсенә йыйыған ҡыҙыллы -йәшелле аҡсалаларға ҡарап ҡыуанды ғына.— Девочки, носки почем? Вот эти шерстяные.Гөлгөл ҡапыл ғына бер һум илле тин тигәнде әйтә алмай, йөнойоҡто әйләндереп яҙыулы "ценнигын" күрһәтте."Эх , һин! Бешмәгән һатыусы! Рубль и пятьдесять копеек тиһәң ни була, полтара тиһәң дә батыр ине"- тип үҙ -үҙен һүкте ҡыҙ эстән.Янсығын соҡоп аҡса тултыралмай усы эсендә тинлектәр һынаған һатып алыусыға Алһыу ярҙамға килде :— Тётя, я вам за рубль отдам эти носки. Возмите, носите на здоровье...Гөлгөл ҡаршы төшә, ни эшләп хаҡты төшөрҙөң тип "бәйләнә" алмай ине был осраҡта, сөнки йөн ойоҡтарҙы Алһыу бәйләп һалған ине.— Ой, девочки, спасибо вам!Когда то я сама тоже вязала, вот сейчас не могу, видите... руки не слушаются...Ҡалтырана биреп йөн ойоҡбашты тотҡан ҡулдарының береһен ҡыҙҙарға һоноп ҡуйҙы апай кеше. Бармаҡтары усына йомолоп зәғифләнгән ине улар...Баҙарҙары тиҙ тамам булды ҡыҙҙарҙың. Башҡа класс "һатыусылары" эштәрен йомғаҡлағансы, үҙҙәренә тейеш өлөштө алып, баҙар ҡыҙырырға сыҡтылар ҡыҙҙар.— Гөлгөл, һин нимә алаң аҡсаңа?Әллә ни асылып һөйләшеп бармаҫ Алһыу бөгөн алсаҡланып китеп Гөлгөлгә һүҙ ҡушты.— Әллә...ҡарайым әле...— Ә мин өләсәйемә суҡлы шәл ҡарайым. Атыу ни, башынан төшөрмәй ябынған шәлен быҙау ояһына яҡын һалғанмын да, әрәм иттергәнмен, шуға...— Әәә...Үҙе эшләп тапҡан хәләл биш һум аҡсаһының өс һумына Алһыу һис ҡыҙғанмай суҡлы көрән шәл алды. Ҡуйынына ҡәҙерләп тыҡҡан төйөнсөклө Алһыу бөгөн Гөлгөлгә ғәҙәттәгенән күпкә бәхетле булып күренде. Өләсәһе менән генә йәшәй бит ул, әсәһе кейәүҙә тиҙәр, Гөлгөл бер урамда йәшәһә лә Алһыуҙың әсәһен бер күргәне булманы. Әллә танымаймы?!Баҙарсылап, ҡыуанып ҡайтты бар мәктәптәп "һатыусыһы". Уларҙың ҡыуанысы, ҡайтыуҙарын дүрт күҙ булып көткән класташтарына таратылған "өлөштәрҙән" һуң, күпкә тармаҡланып таралды.Ауылдың уртаһында ултырған "Универмаг" тип яҙыулы, бейек тупһалы таш йорт эсенә һуғылды һәр аҡсалы бала.Эштәрен ғәҙел тамамлап башҡалар артынан ҡайтырға сыҡҡан Гөлгөл менән Алһыу ҙа, теге таш магазинға инергә булдылар.— Гөлгөл, өләсәйҙәр "петушок" имә микән?— Нишләп иммәһен! Минең өләсәй сәйенә тығып һура әле ишеү, - ҡыҙҙар ихлас көлөп ҡуйҙылар.— Әйҙә магазинға инеп петушок алайыҡ!— Әйҙә!Таш юлдан борҡоп йүгерешкән ҡыҙҙар кәзә етеҙлегендә магазиндың бейек тупһаһына үрмәләнеләр.Ирендәрен ҡуйы ҡыҙылға мул мансыған дәү кәүҙәле һатыусы апай ҡыҙҙарҙы әллә ни иғтибарға алмай ғына— Нимә кәрәк?- тип ҡалын тауышта өндәште.Гөлгөл ҡала баҙарынан баллы ҡаластар алғайны күстәнәскә, шуға ул бер нәмә лә алмай, Алһыуға иптәшкә генә ингәйне.— Ике питушок алам, - прилавка аша Алһыуҙың һонған ҡағыҙ һумлығын өҫтәл тартмаһына тыҡҡан һатыусы апай :— Мелочь сдачам ваще юҡ, ал тағы ла берәй нәмә, - тип ҡыҙға ҡараны.Нимә алырға тағы? Стена буйына теҙелгән кәштәлә балыҡ консервалары ла, тәмәке - шырпы... йәшел ҡаплы грузин сәйе... биҙрәле тоҙло балыҡ...ә теге яҡтараҡ оло бысаҡ ҡаҙаулы "жир" тип яҙылған йәшник. Алһыуҙарға кәрәкле нәмә юҡ та баһа?— Алаңмы берәй нәмә? Мына, плиточный шоколад бар, алтмыш ете тингә. Давай тиҙ бул, миңә ревизия килә хәҙер. Или ҡалһынмы аҡсаң, иртәгә алырһың?!Алһыуҙың плиткалы шоколадты күргәс ауыҙ һыуҙары ҡойолоп китте, ҡасан тәмләне әле ул уны? Иҫләмәй.Ике петушокка ҡушып шоколадын һатып алһа ла Алһыуға ҡалған егерме өс тин сдачаны һатыусы апай ҡайтарып бирә алмауын аңлатты. Ҡыуаныстары баштарынан ашҡан ҡыҙҙар иртәгә инербеҙ тип килешеп ҡайтырға сыҡты.— Гөлгөл, һинең аҡсаң ҡалдымы?— Әҙ генә, кәпийкәләр генә, бына, - Гөлгөл кеҫәһендә күңелле сылтырашҡан тиндәрҙе усына алып бейетеп Алһыуға күрһәтте.— Минең өйҙә ишеү ҙә бар ул, өләсәйем хәйергә төшкәнен гел миңә бирә, үәт!— Минең бер һумым ғына ҡалды. Һатыусы апай иртәгә егерме өс тинемде бирһә, мәктәп буфетынан фломастер алам, ишеү ҡалын альбом. Буяҡ бер һум тора, ә альбом какырас егерме тинлек, өс тинем оя төбө булып ятыр!- тиктомалға ҡыҙҙар тағы ла урам яңғыратып көлөп ҡуйҙылар...Иртәгәһенә лә, унан һуң да, аҙна үткәс тә магазин ишегендәге оло йоҙаҡ асылманы. Алһыу хыял иткән ҡалын албомды мәктәп буфетынан һатып алһа ла, һырлап биҙәк төшөрөр төҫлө буяҡтар өсөн үҙ аҡсаһын ҡулына төшөрә алмай бер булды.Ниһәйәт бер көн, ҡатырғаға эре итеп яҙыулы "РЕВИЗИЯ" һүҙе алынып, магазин ишеген асты.— Алһыу! Ҡаралэ, магазин асылған! Киттек!— Урраа!— Кисә "лимонад" бушаттылар, үҙем күрҙем. Хәттәр тәмле шул лиманат! Минең аҡсам бар, әйҙә алайыҡ?!- йүгергән ыңғаға Алһыуға хәбәр һатҡан Гөлгөл ине был.— Ә ул лиманат беҙгә яраймы? Иҫереп ҡуйһаҡ?— Һин нимәәә?! Һут бит ул! Бызырҙап ҡына тора ауыҙға алһаң. Эммм!— Әтеү мин дә алам! Егерме өс тинем ҡалды бит, шуға!— Әйҙә!Ҡыҙҙар магазинға ингәндә халыҡ арыуыҡ ҡына ине. Ауылда берҙән бер магазин оҙаҡ ҡына ябыулы торғас, оҙон сират теҙелгән хатта.— Алһыу! Анаа ултыра лиманат. Йәшел төҫлөһө "тархун" тип атала, һарырағы лиманат. Ә анау, ҡарараҡ шешәләгеһе бива. Һин әйткән иҫерә торғаны, бавайҙар эсә уны, хи-хи-хи...— Лиманат нисә тин ул?— Ун биш шикелле.— Әәәә...мин дә алам әтеү берәүҙе. Һигеҙ тин ыздача ҡала.— Эйе...Сират тамам булғанын көтөп, иң аҙаҡ һатыусы алдына яҡынланы ҡыҙҙар. Гөлгөл ун биш тинен биреп шешәле һутты ҡулына алғас, Гөлгөл :— Минең егерме өс тинем ҡалғайны, шуға лиманат бирегеҙ әле, - тип өндәште.Яуап көтөлмәгәнсә ине:— Ҡайҙа ҡалғайны?Ҡурҡып ҡына:— Һеҙҙә, - тип яуапланы Алһыу.Гөлгөл батырыраҡ булып сыҡты,баҙарҙан ҡайтышлай ике петушок, бер шоколад алыуҙарын, сдача булмау сәбәпле уларҙа егерме өс тиндәре ҡалыуын тытылдап әйтеп ҡуйҙы.— Һеҙ ҡыҙҙар, давайте минең башты бутамағы! Бына бындағы һәр тин иҫәпле, - тип ҡалын ғына янсығын сығарып ҡыҙҙар алдында һелкеп ҡуйҙы апай кеше, — бирәсәгем булһа иҫләр инем, алдап тормағыҙ, хәйерсе баллар ғошап, -тип өҫтәне.Ишеткәненән ҡойолоп төшкән Алһыу, торған еренән ҡырт боролоп ишеккә йүгерҙе.Гөлгөлдөң :— Алһыу, көт! Мин һиңә тәмләтермен һутымды, көт, тороп тор, -тийеүен дә ишетмәҫтән булып бейек баҫҡыстан түбән төштө...Ул иламаны, әммә егерме өс тин өсөн бит һыуы түгер ваҡсыл булып күренгәне, хәйерсе балаһы ғошап тигән һүҙ ишетеүенә ныҡ намыҫланған ине...Ә Алһыуҙың хәләл көсө менән һатып алынған альбом битенә шулай буяулы ҡәләм эҙҙәр һала алманы, унда бары тик ике төҫ : аҡҡа яҙылған ҡара ғына хаҡимлыҡ итте...****Ваҡсыл, һәр тинен һынап тотҡаны өсөн ҡарун тиҙәр берәүҙәрҙе. Был геройҙарым ундайҙар рәтендә түгел. Улар, диңгеҙҙә юғалтҡан үҙ тамсыһын эҙләүселәр кеүек, үҙе ҡалын, йөҙҙәр, меңдәр тулы янсыҡ эсенән хәләл тиндәрен ала алмаусылар. Йәл, аҡсаларҙың йөҙө бер иш...
Автор: Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.
Читайте нас: