Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 18:12

Туристар өсөн юл знактары ҡуйыла

Ҡунаҡтар аҙашып йөрөмәһендәр!

Районыбыҙ ҙур булғас, әле урындағы кешеләр ҡайһы тәбиғәт ҡомартҡыһы ҡайҙа икәнлеген теүәл генә белмәй. Ситтән килгәндәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Башҡортостанда эске һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫештереү программаһы сиктәрендә төбәгебеҙҙә 19 яңы туристик навигацион юл знактары ҡуйыла, тип белдерҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов ( https://vk.com/id537923216 ). Тимер бағаналарҙағы щиттарға рус һәм инглиз телендә Ҡалҡан күленә, Әүлиә шишмәһенә, Ирәмәл тауына һәм башҡа ғорурланырлыҡ урындарыбыҙға йүнәлеш һәм алыҫлыҡ күрһәтелгән.
Читайте нас: