Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 17:55

100 йәшлек юбилейын билдәләр ине

Башҡортостанда һуғыш ветераны донъя ҡуйған, уның 100 йәшлек юбилейына ни бары 4 көн генә ҡалған булған

Башҡортостанда һуғыш ветераны донъя ҡуйған, уның 100 йәшлек юбилейына ни бары 4 көн генә ҡалған булғанБелорет районы Үрге Әүжән ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Леонид Платонович Копытов вафат булған.Ул 1940 йылда хеҙмәткә саҡырылған. Балтик буйы округында, Литвала хеҙмәт иткән. Инженер сапёр бригадаһы составында взвод командиры ярҙамсыһы булған. Ржев эргәһендә ауыр яраланған.«Батырлыҡ өсөн», «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Тыныс ваҡытта Леонид Платонович ауыл мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләгән. Ул 40 йыл ғүмерен ошо эшкә арнаған.Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Читайте нас: