Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 17:35

Һалдат булыр өсөн ябыға

Өфөнән 25 йәшлек Азамат Шакиров армияға барыу өсөн ныҡ үҙгәрергә хәл иткән

Өфөнән 25 йәшлек Азамат Шакиров армияға барыу өсөн ныҡ үҙгәрергә хәл иткәнҺәр ир-егет Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш, тип иҫәпләй ул. Ләкин быйыл яҙ медицина комиссияһы Азаматтың кәйефен төшөргән. Егет хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, тигән һығымта сығарған табиптар.Ул күреү һәләтен яҡшыртҡан, ә һуңынан артыҡ килограмдарҙан ҡотолоу өсөн фитнес-клубҡа яҙылған.«Тренерға аҡсам юҡ ине, ләкин бер тренер, армияға барыу хыялы өсөн шөғөлләнгәнемде белеп ҡалғас, миңә бушлай ярҙам күрһәтергә ризалашты. Ул миңә күнекмәләр тәғәйенләне, дөрөҫ туҡланыуымды контролдә тотто», — тине 14 килограмға ябыҡҡан егет.Көҙ көнө уны алғандар! Әле Азамат часҡа ебәреүҙәрен көтә. Ул Калининград өлкәһенең Хәрби-диңгеҙ флотына эләккән.Ныҡышмал егеткә уңыштар теләйбеҙ! Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: