Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 10:57

Һауынсылар ҙа, һәүкәшкәйҙәр ҙә һынатмай

Учалы - республикала беренсе!

Йыл башынан бер һауын һыйырҙан 7700 килограмдан ашыу һөт һауып, әле Учалы районы бөтә Башҡортостанда беренсе килә!
Республика буйынса ауыл хужалығы предприятиеларында 16 ноябргә бер һыйырға уртаса һауым 5 200 килограмм тәшкил иткән, былтырғы ошо осорҙан 260 килограмға күберәк. Был да бик юғары күрһәткес, йылына бер һыйырҙан 2-3 тонна алыу ҙа ҡаҙаныш тип иҫәпләнгән заманалар әле лә хәтерҙә..... Дөрөҫ, ул ваҡыттарҙа һыйырҙар байтаҡҡа күберәк ине. Хәҙер ни, күрәһең, “Һигеҙ һыйыр тотҡансы һимеҙ һыйыр тот” мәҡәле тормошҡа ашырыла.
Бер һыйырҙан 7 тоннанан күберәк һауыу сиген шулай уҡ Ауырғазы һәм Мәләүез райондары үтте. Йәрмәкәй, Саҡмағош, Дәүләкән, Туймазы, Әбйәлил , Өфө райондары һауынсылары 6 мең килограмм күрһәткесен арттыра алғандар, тип белдерҙе БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас: