Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 18:05

Батыр егеттәр бар

Башҡортостанда 15 йәшлек уҡыусы һыуға батып барған үҫмерҙе ҡотҡарған

Башҡортостанда 15 йәшлек уҡыусы һыуға батып барған үҫмерҙе ҡотҡарғанГеройҙың исеме - Эдуард Таһиров. Уҡыусы Әбйәлил районындағы Әүнәш йылғаһында ял иткәндә билдәһеҙ егеттең һыуҙа бата башлауын күргән. Эдуард ярҙамға ташланған.«Баҡтиһәң, уның аяғы ағасҡа бәйләп ҡуйылған бауға эләккән икән, - тип һөйләне үҫмер. — Мин арҡанды тағатып, егетте ярға һөйрәп сығарҙым».Бәләгә тарыған 16 йәшлек егет үҙенең ҡотҡарыусыһына ҡарағанда кәүҙәгә мыҡтыраҡ, ләкин Эдуард ул ваҡытта уны һыуҙан сығара аламмы-юҡмы тип уйлап та тормаған.Әйткәндәй, үҫмер йә табип, йә ҡотҡарыусы булырға теләй.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: