Яйыҡ
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 18:25

Эттәре талап үлтергән

Күршеләре тауышты ишетеп, полиция саҡырта, әммә һуң була...

Октябрьский ҡалаһында ҡот осҡос фажиғә булған – фатирында 24 йәшлек егетте ике эт талаған. Күршеләре тауышты ишетеп, полиция саҡырта, әммә һуң була...
Эттәр егеттең тән мускулдарын өҙгөсләгән, ҡан артерияһына һәм тарамышына зыян килтергән. Полиция хеҙмәткәрҙәренә яһил хайуандарҙы атырға тура килә. Яралы ирҙе реанимацияға алып китәләр, әммә медицина хеҙмәткәрҙәре уны ҡотҡара алмай.
Фотоларҙан күренеүенсә, хужа менән эттәр араһында көслө алыш булған, сөнки иҙән, диуар һәм йыһаз ҡанға батҡан. Йәш егет эттәрҙән ҡасырға теләп аш бүлмәһенә һәм балконға ынтылған, тик өлгөрмәгән. Эттәрҙең ниңә фатир хужаһына ташланғаны билдәһеҙ.
Һуңынан мәғлүм булыуынса, питбультерьер тоҡомло эттәрҙе һәләк булған егеттең әхирәте бер аҙға ҡарап торорға ҡалдырған булған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эттәрҙең кәүҙәһен ветеринария эскпертизаһына ебәргәндәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай фәжиғәле хәлдәр булып тора. Мәҫәлән, былтыр августа Өфөлә мәжлес ойошторған 48 йәшлек хужабикәне эт талап үлтергәйне.
Фото: newsbash.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: