Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 18:40

Омлет (йомортҡа тәбейәһе)

Балалар баҡсаһындағылай омлетты ашап ҡарағығыҙ киләме? Әҙерләү тәртибен төркөмдәштәргә лә тәҡдим итмәксебеҙ...Бының өсөн 4 йомортҡа, 150 мл һөт, 1 сәй ҡалағы көнбағыш майы, 20 гр аҡ май, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ кәрәк буласаҡ.

Балалар баҡсаһындағылай омлетты ашап ҡарағығыҙ киләме? Әҙерләү тәртибен төркөмдәштәргә лә тәҡдим итмәксебеҙ...
Бының өсөн 4 йомортҡа, 150 мл һөт, 1 сәй ҡалағы көнбағыш майы, 20 гр аҡ май, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ кәрәк буласаҡ.
Ябай ғына аҙыҡ-түлектәр кәрәк кеүек. Был шулай, әммә уның сере башҡала. Йомортҡаны туғымағыҙ, ә аҡрын ғына ҡалаҡ менән бутарға. Артабан һөт һәм тоҙ ҡушып тағы ла болғатабыҙ. Массаны көнбағыш майы менән майланған формаға һалып духовкаға 250 градуста 20 минут тирәһе бешереп алырға. Омлет алһыуланып бешкәс, уны духовканан алырға һәм өҫтөнә иретелгән аҡ май ағыҙырға ғына ҡала.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: