Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 13:30

Башҡортостанда пандемия башланғандан алып COVID-19 йоҡтороуҙың максималь һаны теркәлде

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 125 яңы осрағы асыҡланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Был — пандемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһын йоҡтороу һаны буйынса яңы антирекорд.

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 125 яңы осрағы асыҡланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Был — пандемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһын йоҡтороу һаны буйынса яңы антирекорд.
Бынан алда COVID-19 менән ауырыған яңы пациенттарҙың максималь һаны 17 ноябрҙә асыҡланғайны — 121 осраҡ.
Пандемия башланғандан алып бөтәһе 12 809 сирле иҫәпләнә. Әле 356 пациент стационарҙа дауалана. Уларҙың 32-һе – ауыр хәлдә, 11-е – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Коронавирус йоҡторған 1 107 кеше өйҙә дауалана. Тәүлек эсендә 84 кеше сығарылды.
COVID-19 тағы бер ғүмерҙе өҙҙө, хәҙер мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны – 71. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул Өфөнән 1948 йылғы ханым. Раҫланған инфекциянан тыш, ханым икенсе типтағы диабеттан, ашҡаҙан сей яраһынан, хроник бөйөр сиренән яфаланған.
Шулай уҡ республикала дауахананан тыш пневмонияға рәсми статистика алып барыла. Бер тәүлектә 389 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланды. Шул уҡ ваҡытта 376 кеше дауахананан сығарылды.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1523648-v-bashkirii-zafiksirovali-maksimalnoe-chislo-novykh-sluchaev-covid-19-s-nachala-pandemii/
Читайте нас: