Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 16:45

Ирекһеҙҙән ишеткән хәбәр

Бер мәл район үҙәгенә барырға кәрәккәс, автобус туҡталышында торам. Үтеп барған еңел машинаға ҡул күтәргәйнем, был туҡтаны. Йәһәтләп водитель янына инеп тә ултырҙым.

Бер мәл район үҙәгенә барырға кәрәккәс, автобус туҡталышында торам. Үтеп барған еңел машинаға ҡул күтәргәйнем, был туҡтаны. Йәһәтләп водитель янына инеп тә ултырҙым.Артта бәләкәй балалары менән ике йәш ҡатын бар икән. Һөйләшеүҙәренән аңлашылыуынса, сабыйҙарын табипҡа күрһәтергә алып китеп баралар. Бер машина эсендә барғас, ирекһеҙҙән тегеләрҙең үҙ-ара һөйләшеүенең шаһиты булырға тура килде.– Ҡайһылай матур, туптай малайың бар, күҙ теймәһен! Собханаллаһ! Бына минең ошо балам әллә ниңә зәғиф булып тыуҙы ла ҡуйҙы инде, – ти береһе.– Буйға уҙғас, көҫәгән, йәғни теләгән нәмәңде ашамағанһыңдыр... – ти икенсеһе.– Әлләсе...– Бына мин ошо балама ауырға ҡалғас, эй кипкән балыҡ ашағым килде. Түҙмәнем, ҡалаға барып, килонан ашыу тоҙло балыҡ һатып алдым. Шунда уҡ ашарға теләһәм дә, кешеләрҙән уңайһыҙландым. Өйгә ҡайтып инеү менән, өҫ кейемен сисер-сисмәҫтән бер балыҡты алып, тешем менән ҡабығын һыҙырып ташланым да ашай башланым!Быны күреп торған ҡәйнәм: “Аһ, килен, ни эшләүең был? Икмәк тә ҡушмай ашайһың түгелме?” – тине. Әллә, мин әйтәм, ошоно шул тиклем ашағым килеп һатып алып ҡайттым. “Һе, улай булғас, һин, килен, буйға уҙғанһың. Тыуыр йән ана шулай үҙенә кәрәк нәмәне көҫәтә бит ул... Һиңә табипҡа барып күренергә кәрәк”, – тине ҡәйнәм.Шулай булып сыҡты ла.– Әллә шул ырым дөрөҫмө икән? – ти беренсеһе. – Бына мин дә ошо балама ауырға ҡалғас, мейестә тәгәрәткән картуф­ҡа ҡу­шып, сусҡа майы ашағым килгәйне. Ирем дә, ҡәйнәм дә ҡар­шы төштө, “хәрәм ризыҡ” тип ныҡ торҙолар. Әллә шуның касафа­тымы икән, был сабыйым зәғиф тыуҙы бит, – тип илап та алды.Ихтыярһыҙҙан ишеткән был ғибрәтле хәбәрҙән мин дә оҙаҡ уйландым. Уның фәнни яҡтан берәй төрлө аңлатмаһы бармы икән? Әллә ябай ырым ғынамы? Һәр хәлдә буласаҡ әсәләр был хаҡта белһен, уйланһын ине, тигән маҡсаттан сығып яҙҙым был миҫалды.
Ейәнсура районы.Фото: technogym.ru
Ғәббәс ИҪӘНИ
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/irek-e-n-ishetk-n-kh-b-r/
Читайте нас в