Яйыҡ
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 15:40

Кейәүҙәр һәм ҡәйнәләр

Тормош шулай бит ул. Һүҙгә - һүҙ, хәбәргә-хәбәр, ваҡиғаға-ваҡиға бәйләнеп, эҙмә-эҙлелек тыуҙыра, беҙҙең йәшәйешебеҙ хәл-ваҡиғаларҙан торған өҙлөкһөҙ сынйырҙы тәшкил итә.Бына күптән түгел, гәзиттә “Шулай ҙа була икән…” тигән яҙмам сыҡҡас, беҙгә Самат исемле бер дуҫым килеп инде.- Кисә һинең ике ир менән йәшәгән бисә тураһында яҙғаныңды уҡыным әле. Ә беҙҙең Әсҡәт бер өйҙә ике бисә менән йәшәй бит, - тине ул һаулыҡ һорашҡас та.

Тормош шулай бит ул. Һүҙгә - һүҙ, хәбәргә-хәбәр, ваҡиғаға-ваҡиға бәйләнеп, эҙмә-эҙлелек тыуҙыра, беҙҙең йәшәйешебеҙ хәл-ваҡиғаларҙан торған өҙлөкһөҙ сынйырҙы тәшкил итә.
Бына күптән түгел, гәзиттә “Шулай ҙа була икән…” тигән яҙмам сыҡҡас, беҙгә Самат исемле бер дуҫым килеп инде.
- Кисә һинең ике ир менән йәшәгән бисә тураһында яҙғаныңды уҡыным әле. Ә беҙҙең Әсҡәт бер өйҙә ике бисә менән йәшәй бит, - тине ул һаулыҡ һорашҡас та.
Минең ғәҙәти булмаған ваҡиға тураһында ишетһәм ҡолаҡ ҡарпая ла китә.
- Ҡайһы Әсҡәт ул? – тим ҡапылдан хәтерләй алмай. Дуҫым:
- Теге өсөнсө йыл беҙҙең менән шабашкала йөрөгән Әсҡәт инде, – тигәс, шунда кем тураһында һөйләгәнен аңлап алдым.
- Кит, юҡты! Уның икәү түгел, бер ҡатыны ла юҡ ине бит! – тим.
- Ул саҡта булмаһа ни – зато хәҙер икәү. Ышанмаһаң – иртәгә үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Икегеҙҙе лә таҡта менән өй көпләргә өмәгә саҡырам. Ағас эшкәртеүсе станогы һинең машина менән барып алырбыҙ, -тип Самат, минең ризалығымды ла һорап тормай, хушлашып сығып китте.
Мин ышаныр-ышанмаҫ, аптырабыраҡ ҡалдым. Кемдең-кемдең, ә кәүҙәгә сибек кенә эскән сағында теле-телгә йоҡмаған, айныҡта ауыҙынан бер һүҙ сыҡмаған, йыуаштың –йыуашы Әсҡәттең “мини-гарем” тотоуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын ине. Мин уның тураһында: “Ҡыйыулығы етеп был бәндә берәй саҡ кәләш алырмы, әллә ғүмере буйы яңғыҙ йәшәр микән?” – тип уйлап та ҡуя инем.
Иртәгәһен иртүк ҡала ситендәге йорттарҙың береһенә килеп туҡтаныҡ. Беҙ ҡапҡанан ингәндә ихатала ҡырыҡ йәштәр самаһындағы ҡатын тауыҡтарға ем һибеп тора ине. Ул беҙҙе күреү менән: “Хәҙер Әсҡәтте саҡырам,”-тип өйгә инеп китте һәм бер аҙҙан уны эйәртеп килеп тә сыҡты. Улар артынан йәш кенә ҡатын да күренде.
- Бына ошолар инде - Әсҡәттең бисәләре,”- тип шыбырҙаны Самат.
- Әсәле-ҡыҙлы түгелме һуң?- тип һорайым, төҫ-башҡа бик булмаһалар ҙа, буй-һындары килешле генә ҡатындарҙы бер-береһенә оҡшатып.
- Эйе. Ярар, эскәс үҙенән һөйләтерһең, - тип Самат Әсҡәткә ҡаршы атланы.
Станокты алып барып, эшкә лә тотондоҡ. Мин йыш ҡына Әсҡәткә күҙ ташлап алам. Хәҙер ул миңә элекке таныш әҙәм булып түгел, ә бөтөнләй ят кеше һымаҡ күренә ине.
Ир эшләмәй – ҡорал эшләй, тигәндәре дөп-дөрөҫ, станок булғас ни – кис етер-етмәҫ Саматтарҙың өйөнә яңы күлдәк кейҙереп тә ҡуйҙыҡ.
- Әсҡәт дуҫ, өйләнеп тә ебәргәнһең икән! – тим ағас төбөндә әҙерләнгән табынға ултырып, тегенең теле асылырлыҡ хәлгә еткәс.
- Ә как же! Ике йыл була инде, - ти был һауалы ғына.
- Әсҡәт – маладис ул! Ҡатынын да ҡарай, ҡәйнәһен дә буш итмәй, -тине, хәйләкәр йылмайып, өҫтәл янында уралған хужабикә.
- Ҡулдан килә, значит! – ти Самат, тегенең һалпы яғына һалам ҡыҫтырып һәм миңә ымланы. – Бына уға ла һөйләп бир нисек булғанын.
- Гәзиткә яҙып ҡуйһа?! Әсҡәт туҡталыбыраҡ ҡуйҙы ла, аҙаҡ ҡулын һелтәне. – Яҙһаң-яҙ әйҙә - ҡыҙыҡ бит! Түлкә исемдәрҙе үҙгәрт.
Ул алдындағы рюмканы төп күтәрә эсеп ҡуйҙы ла, һүҙ башланы:
- Шабашник икәнемде кемдәндер ишетеп, буласаҡ ҡәйнәм мине иҙән таҡталарын алыштырырға килеп алды. Хаҡын һөйләштем дә, эшкә лә тотондом. Апаҡай ярҙамлашҡан булып, эргәлә бутала. Килеү менән өҫтәлгә сәмәйен дә сығарып ултыртҡан ине. Шуны ла һалғылап бирә. Әбиткә лә, кискелеккә лә мул ғына табын әҙерләп ташланы. Һүҙ араһында ире юҡлығын, кейәүҙән айырылып ҡайтҡан ҡыҙы менән генә йәшәүен әйтеп алды. Эштән ҡайтыуы менән уныһын да миңә ярҙамлашырға ҡушып ҡуйҙы. Апаҡайым эргәлә өйөрөлөп- өйөрөлә. Тиккә түгел был, тип уйлап та алам. Уның менән шаярып алырға ла иҫәп юҡ түгел- түгеллеккә. Ну, минең күҙ ҡыҙына төшөп өлгөргән ине. Утыҙҙы аташлаһам да, егет кеше инем бит әле. Күңел йәшерәккә ынтыла.
Эсергә етерлек, тамаҡ һыйлы, эргәлә халастуй ҡатындар бөтөрөлә - мин ни ике-өс көнлөк эште бер аҙнаға һуҙҙым да ҡуйҙым. Эш бөтөр көндө, аҙыраҡ ҡыҙмаса булып алғас, тоттом да хужабикәгә былай тип хәбәр һалдым: “Апай, мәйтәм, үҙең былай ничауа күренәһең. Йәш ҡыҙҙарға биргеһеҙһең. Ну, минең күҙ ҡыҙыңа төштө бит әле. Дауай, беҙҙе өйләнештер!” – тим. Тәүҙә тегенең йөҙө ҡараңғыланып китте, аҙаҡ хитрый ғына йылмайҙы ла: “Булдырабыҙ уны!” – тип һалмаһынмы! Ҡыҙының әсәһе һүҙенән сыҡмаҫын белә инем инде. Эште бөтөргәс: “Минең хеҙмәт хаҡына табын әҙерләп, мулланы саҡыр. Кискә апайым еҙнәмде алып килермен дә, никах уҡытырбыҙ,” – тип ҡайтып киттем. Үҙем дә тәүәккәл инде, малай! Ҡыҙға ул турала бер ауыҙ һүҙ ҡушҡан юҡ – тот та никах уҡытырға ҡуш! Кисен,апай-еҙнәм дә ышаныр-ышанмаҫ ҡына, үҙем дә шөрләберәк, тегеләргә барып керҙек. Беҙ ингәндә кейенеп –яһанып алған әсәле-әсәле ҡыҙлы был икәү йүгереп йөрөп табын әҙерләйҙәр ине. Күп тә үтмәй мулла ла килеп етте. Никах уҡытып, аҙыраҡ мәжлес ҡороп ултырғас, ҡыҙ менән мине ябып та ҡуйҙылар. Шулай итеп апайҙарҙан әйберҙәремде алып килдем дә, ҡәйнәмдәрҙә йәшәй ҙә башланым. Әсҡәт, күрҙегеҙме ағайығыҙ ниндәй, тигәндәй ҡәнәғәт йылмайып, алдындағы рюмкаға үрелде. Унан һуң тәмәке ҡабыҙып, шым ғына көйрәтергә тотондо.
Мин түҙемһеҙләнеп:
- Аҙаҡ? - тип һораным.
Әсҡәт, мине көттөрөүенән ләззәт табып, өндәшмәй генә тәмәкеһен тартып бөттө һәм яйлап ҡына һүҙ башланы:
- Аҙаҡмы? Аҙаҡ ни йәшәп алып киттек шулай. Ҡатын менән ҡәйнәм эштә, мин шабашкала, ул булмағанда ирҙәр ҡулы теймәгәндән ныҡ ҡаҡшаған йорт-ҡураны нығытам. Ҡәйнәмдең дә миңә ҡарашы ҡәйнәләрсә генә булып ҡалған һымаҡ ине. Улай булмаған икән. Мәлен генә көткән, суҡынсыҡ! Ҡатынды роддомға оҙатҡандың икенсе көнөндә, кис, был миңә стаканды тултыра яҙып ҡойоп сәмәй эсерҙе лә: “ Бар, кейәү, йыуына тор. Арҡаңды ышҡырға үҙем барып етермен,”- тип мунсаға ебәрҙе. Был шаярталыр ғына тиһәм, йыуына башлауыма артымдан килеп тә керҙе һәм халатын сисә һалып та бәрҙе. Ҡәйнәгә ҡаршы килеп буламы ни? Мин дә ҡарап ҡына торманым. Шунан ни, ҡыҙы бәпәйләп ҡайтҡансы әсәһе янында йоҡлап йөрөнөм. Аҙаҡ та йәшереп кенә күңелен күргеләнем. Ну, ҡәйнәм мөхәббәт уйынында шәп ине. Ҡыҙынан бишләтә уҙҙырып ебәрә. Елегеңде һура, малай!
Нисек кенә йәшерергә тырышһаҡ та ҡатын тотто бит әй беҙҙе! Ни эшләп ятҡаныбыҙҙы күреп, нимә әйтергә лә белмәй, ауыҙын бер асып, бер ябып торған ҡыҙына ҡәйнәм: “Тауышыңды сығараһы булма! Кейәү һиңә лә, миңә лә еткерер! Һин тип атайыңдан айырылғас, башҡаса иргә сыҡманым. Мин дә йән эйәһе!” – тип кенә ыҫылданы. Йыландың-йыланы инде ҡәйнәм! Ҡатын бер һүҙ ҙә өндәшмәй, башын баҫып, сыҡты ла китте. Аҙаҡ та ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Тик бер ай самаһы ғына үҙенә яҡын ебәрмәй маташҡан булды. Шунан аҙаҡ ҡәйнәм менән асыҡтан-асыҡ тип әйтерлек йоҡлап алабыҙ. Күрше тирә-яҡ та белеп бөтөп бара инде уны.
Әсҡәт һөйләп бөттө лә, маһайыулыраҡ ҡарашы менән беҙҙе байҡап сыҡты. Әлбиттә, ике бисә менән йәшәй алғанын ул үҙенсә бер батырлыҡ тип тә һанағандыр, уны тыңлауы ла ҡыҙыҡ ине. Ләкин уның һөйләгәндәре аҙаҡ йөрәктә ниндәйҙер төйөн ҡалдырып, “Ҡайҙа бара был тормош?!” тигән борсоулы һорау ҙа тыуҙырҙы. Йәшереп кенә ҡәйнәләре менән булашҡан кейәүҙәр тураһында электән ишеткәнем бар ине. Ләкин Әсҡәт һөйләгәнсә асыҡтан-асыҡ ҡыланыуҙарын беренсе ҡат тыңланым. Ысынлап та, ҡайҙа бара был тормош, тағы ниҙәр ишетербеҙ икән?!
P.S. Күп тә үтмәне Саматты тағы осраттым.
- Ишеттеңме әле , Әсҡәтте ташлап, бисәһе бер үзбәк менән ҡасҡан бит! – тине ул. Мине уның әйткәне аптыратманы. Бының шулайыраҡ булырын күңелем һиҙенгән һымаҡ ине.
- Ә балалары ҡайҙа? – тип кенә һораным.
- Уны ҡәйнәһе менән Әсҡәт ҡарай. –тине Самат.
Мөҙәрис БАГАЕВ
Читайте нас в