Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 15:55

Таныҡлыҡ һанлы форматҡа күсерелә

Рәсәйҙә айырылышҡан парҙарға никахты тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ биреү туҡтатыла.

Рәсәйҙә айырылышҡан парҙарға никахты тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ биреү туҡтатыла. Документ һанлы була, тип хәбәр итте федераль киң мәғлүмәт саралары Федераль һалым хеҙмәте башлығы Даниил Егоровҡа һылтанма менән.
Уның һүҙҙәренсә, 1926 йылдан башлап ҡағыҙҙа яҙылған барлыҡ гражданлыҡ хәле акттары һанлы форматҡа күсерелә. Артабан ҡағыҙ бланктарҙың ҡайһы бер төрҙәренән бөтөнләй баш тартырға йыйыналар.
Ләкин сарала тантаналыҡты һаҡлау өсөн никах теркәү тураһында ҡағыҙ таныҡлыҡты тапшырыу дауам итә.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуарҙан алып сентябргә тиклем Башҡортостанда 10 315 ғаилә тарҡалған, 14 853 пар өйләнешкән.
https://www.bashinform.ru/news/1523956-v-rossii-razvodyashchimsya-suprugam-perestanut-vydavat-svidetelstva-o-rastorzhenii-braka-/
Читайте нас: