Моғайын, һеҙҙең дә ишеткәнегеҙ барҙыр: ҡыҙ бала, ғәҙәттә, әсәһенең яҙмышын ҡабатлай. Әлбиттә, был – бик бәхәсле фекер, әммә тормошта булған ҡайһы бер ваҡиғалар ошо ябай ғына ышаныуҙың аяныслы ысынбарлыҡ икәнлеген иҫбатлай. Бер танышым һөйләгән, бынан күп йылдар элек булған хәл – шуға миҫал.
“...Ҡураныс ғына кәүҙәле, бер аҙ көмрәйеп йөрөгән, күҙлеген һалмаған ағай бер ваҡытта ла һаулыҡ һорашмай һәм биргән һаулыҡты ла алмай торғайны. Йөҙөндә йылмайыу ғәләмәтен дә һирәк кеше күргәндер. Урамда үтеп барһа, күңелдә ниндәйҙер тынғыһыҙлыҡ тойғоһо тыуа, уны урап үтке килә.
Ҡарттың ауылдағы даны үҙенсәлекле ине: бер аҙ сәйерерәк холоҡло булғанға ғына түгел, ә һәр ғәмәл буйынса ялыу яҙырға, тауыш ҡуптарырға яратҡанға, барлыҡ ергә ҡыҫылып йөрөгәнгә уны ситләп йөрөргә тырыштылар. Бәләһенән – биш аяҡ!
Ә ауыл сходтарында ошо тәү ҡарамаҡҡа шым ғына тойолған һөмһөҙ ағайҙың ярһый-ярһый, төкөрөктәрен сәсеп, власть вәкилдәре йә ауылдаштары менән төрлө сәбәптәр буйынса нисек әрләшкәнен күрһәгеҙ! Ысынлап та, үтә сәйер әҙәм ине был ҡарт...
Ауылдаштары уға береһенән-береһе яман ҡушамат таҡһа ла, йөҙөнә бәреп ҡаршы әйтергә шөрләйҙәр ине: сөнки иртәгә үк Дарман ҡарт берәй сәбәп табып (кем гонаһһыҙ был донъяла?) ялыу яҙып, йә гәзиткә, йә райкомға ебәрәсәк.
Өлкәнерәк йәштәгеләр иһә уның тураһында тағы ла аяныслыраҡ ваҡиғаны хәтерләй ине. Дарман йәшерәк сағында күрше ауылдан йәш һәм бик сибәр ҡыҙға өйләнгән. Ҡуйы оҙон толомло, һомғол буйлы, асыҡ йөҙлө сибәркәй ошо ябыҡ, йәмһеҙ, холоҡһоҙ әҙәмгә кейәүгә нимә уйлап сыҡҡандыр, уныһы аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ҡайһы берәүҙәр ҡыҙ ҡанһыҙ үгәй атаһынан ҡотолорға теләп ризалашҡан, тип тә һөйләне. Әммә халыҡта нимә тиҙәр әле: иртән уңмаһа, кис уңмаҫ, кис уңмаһа, һис уңмаҫмы?..
Дарман менән Миңлегөл тәүҙә арыу ғына донъя көтөп алып киткән. Йорт һалғандар, хужалыҡтарын теүәлләгәндәр. Бер-бер артлы улдары һәм ҡыҙҙары тыуған. Әйткәндәй, малай атаһына тартым ябыҡ һәм бәләкәс кенә булһа, ҡыҙҙары бәләкәстән һөйкөмлө һөйәк, әсәһенә оҡшаған, нур бөркөп торған бала була.
Әммә ауыл өҫтөндә бер нимәне лә йәшереп булмай: Дармандың сибәр ҡатынын ныҡ көнләшкәнен, үтә һаран булыуын, өйҙә аҡсаны ғына түгел, аҙыҡты ла үлсәп кенә биреүен, ҡул күтәрергә лә оҙаҡ һорамауын ваҡыты-ваҡыты менән һөйләп алалар. Тик кеше тормошона кем ҡыҫылһын? Беләләр ҙә өндәшмәйҙәр...
Бер мәл шулай был йортта өмә ойошторалар. Мунса күтәрергә тип ауылдың бер нисә ир-уҙаманын да саҡыралар. Ҙур эштән һуң табын ҡоралар. Иртәгеһенә иһә йортта янъял ҡуба: Дарман ҡатынын шул ирҙәрҙең береһенән көнләшеп, шул тиклем ныҡ итеп туҡмай, хатта башын ярғансы һуға. Был хәлгә шаһит булған бәләкәс балалар ҙа ҡурҡып, йәшенеп бөтә...
Ошо хәлдән һуң Миңлегөлдөң хәле көндән-көн насарая бара, ул тормош мәшәҡәттәренә битарафҡа әүерелә. Дарман, уға табип саҡыртыу урынына, киреһенсә, “фәхишә”, “эшлекһеҙ” тип өйҙән ҡыуып сығара, балаларын күрергә лә ирек бирмәй. Бына шулай, яҡлар кешеһе булмағас, бер бәләнән ҡотолам тип күрше ауылға кейәүгә сыҡҡан ҡатын тағы ла олораҡ бәләгә тарый. Оҙон толомдарын тағатҡан, бит-башы туҙған, күлдәгенең иҙеүе асылған, күҙҙәре тоноҡланып ҡалған, йә илаған, йә көлгән ҡатынды йыш ғына һыу буйында күрә башлайҙар, әммә һүҙ ҡушырға ҡурҡалар: кем белә уның башында нимә икәнен?
Шулай көндәр үтә, бер мәл Миңлегөл ауылдан юҡ була. Кем, ҡасан, ҡайҙа алып киткән, ярҙам итеүсе табылғанмы – күптәр аңламай ҙа ҡала. Оҙаҡ йылдар үткәс кенә алыҫ төбәктәрҙән урыҡ-һурыҡ хәбәр килеп етә: фәлән районда төпләнгән, үҙен ҡабул иткән кешегә кейәүгә сыҡҡан һәм тағы ла балалар тапҡан икән. Шунда ғүмере үткән, шунда һуңғы төйәген дә тапҡан тиҙәр...
Дарман ҡатынын нахаҡҡа рәнйетеп, балаларын әсәһеҙ ҡалдырыуға үкенгән, намыҫ ғазабы кисергән тиһегеҙме? Юҡ, ул оҙаҡ та тормай, бер балалы ҡатынға өйләнеп, Миңлегөл менән ҡорған нигеҙҙә бер нимә булмағандай артабан донъя көтөп алып киткән.
Улы менән ҡыҙын да ошо үгәй әсә үҫтергән. Сабыр, өндәшмәҫ ҡатын менән нисектер уртаҡ тел тапҡандарҙыр инде: Дарман да ҡартайғанса ошо ҡатынынан риза булып йәшәне, ул вафат булғас та башҡа өйләнмәне...
Дармандың улы бала саҡ хәтирәләрен онота алғанмылыр-юҡмы, мәгәр үҫкәс, уның тыуған ауылын ташлап, ситкә сығып киткәне, шул яҡта төпләнгәне мәғлүм.
Ә бына ҡыҙы... Иҫ киткес сибәр, нурлы бала булып үҫә Дилә. Үҙе алсаҡ, үҙе көләкәс. Толомдары һуң! Күпереп торған сәсе, ап-аҡ йөҙө менән дә эҙһеҙ юғалған әсәһенә үтә ныҡ оҡшаған була ул. Эх, тик яҙмышы ғына уныҡына оҡшаш булмаһа икән дә! Әммә...
Ауылдың ғашиҡ булмаған егеттәре ҡалмай, әммә Диләнең уҡырға киткән ерендә сит төбәк егетен бик оҡшатып, кейәүгә сыҡҡаны, тыуған яғынан бик алыҫҡа киткәне мәғлүм. Тәүге йылдарҙа балаларын алып, кейәүе менән бер нисә тапҡыр ауылға, атаһы һәм үгәй әсәһе янына ҡайтып та киткән, тиҙәр. Тик шунда әле уның тураһында бик тә көйөнөслө хәбәр ишетелеп ҡала: Дилә сирләй, зиһене бутала икән... Сәбәбе нимәлә, уны ғаиләһендә ҡабул иткәндәрме, әсәһе ише берәй холоҡһоҙ кешегә тура килмәгәнме? Был һорауҙарҙың барыһы ла яуапһыҙ тороп ҡала. Ә бер нисә йылдан ауылға тағы ла фажиғәлерәк хәбәр еткерәләр: сибәр Дилә эҙһеҙ юғалған...
Ҡасандыр әсәһен, ә хәҙер берҙән-бер һеңлеһен дә юғалтҡан ағаһы Дилә йәшәгән яҡтарға барып, уны юллап, эҙләп, белешеп тә ҡарай, әммә ҡатын кәбәндә юғалған энә төҫлө, юҡ була.
...Ә Дарман ҡарт оҙаҡ йәшәне. Һуңғы йылдарҙа ҙур йортонда бер үҙе донъя көттө. Уның иҫән икәнлеген бәләкәй яҡтағы берҙән-бер тәҙрәһендә билдәле ваҡытта янған лампочкаһы ғына иҫкәртеп тора ине. Ҡартайған көнөндә ниндәй уйҙар кисергәндер, үкенестәре булғанмы, кеше яҙмыштары менән шулай еңел уйнағаны өсөн тәүбәгә килгәнме – Хоҙай Тәғәлә генә белә..."
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ya-mishi-di-abatlanim--r-nyem--s-y-539979/