Гөлгөнә Байегетованан йомшаҡ ҡына, бик тәмле күмәстәр 200мл.һөт50г. аҡ май (масло сливочное)3 аш ҡалағы көнбағыш майы5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо1 пакетик ванилин1 йомортҡа1/4 сәй ҡалағы тоҙ1.5 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә( дрожжи сухие)2.5 стакан он (стакан 200 грамлыҡ)Йылы һөттә сүпрәне ебетергә,1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо һәм 2 аш ҡалағы он һалып, әсетмә ҡуйырға 10 минутҡа.Һауытта көнбағыш майын, тоҙ,шәкәр, ванилин һәм йомортҡаны һалып болғарға бөтәһен дә.Әсетмәгә ( опараға) 1 стакан онды ҡушырға, көнбағыш майы м-н булған шыйыҡсаны ҡойорға.Тағы ла 0.5 стакан ондо ҡушып болғарға һәм йомшарған майҙы ҡушырға, ҡамыр баҫырға, кәрәк булһа он өҫтәй бирергә.Ҡамырҙы ябып, йылы ергә 1 сәғәткә ҡуйып торорға.Табаны майлап, күмәстәрҙе эшләп 15 минутҡа ҡабартырға ҡуйып торорға ла ҡыҙыу духовкала 35 минут тирәһе ваҡыт бешереп алырға, өҫтө матур булып ҡыҙарғансы. Был күмәстәр оҙаҡҡа бармай, тиҙ генә бөтә, сөнки биик тәмле улар!. Теләк буйынса күмәстәргә йөҙөм йәки мәк орлоғо ҡушып бешерергә лә мөмкин.Күмәстәрҙе мин бына нисек эшләнем : ҡамырҙы йомро ғына өлөштәргә бүлеп сыҡтым да һәр береһен айырым ныҡ йоҡаҡ итмәй генә йәйеп, көнбағыш майы һөртөп, шәкәр ҡомо һибеп, бер ерҙән генә бысаҡ менән ситенән уртаһына тиклем киҫеп, шул киҫелгән ерҙән эскә ҡарай төрә башлайым, төрөп, майлы табаға һалып барам. Бешерергә ҡуйыр алдынан бер йомортҡаны һытып кисточка менән һөртөп сыҡтым, шулай матур булып бешәләр.