22 ноябрь, кискә табаныраҡ Иманғол-Баҙарғол юлының 15-се километрында (Баҙарғол ауылы тирәһендәрәк) 66 йәшлек урындағы кеше юлда вафат булды, тип хәбәр итте беҙгә ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова. 66 йәшлек яҡташыбыҙ утыҙ йәшлек водитель идара иткән ВАЗ-2110 автомобиленән тапала. Ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе фажиғә урынында йән биргән,ти.
Водителдең һүҙенән, мәрхүм автомобиль менән бер йүнәлештә хәрәкәт иткән була, яҡтылыҡ сағылдырғыс элементтарһыҙ ҡара кейем кейгәнлектән, абайланмай тәгәрмәс аҫтында ҡала.
Әлегә ниҙер өҙө генә әйтеп булмай, бөтә хәл-шарттар асыҡлана.
....хәҙер иртә ҡараңғы төшә. Иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ: РФ Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса (4-се пункт) ҡараңғыла йә йүнләп күренмәгән шарттарҙа юл сатынан барған йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтылыҡ сағылдырған элементтар булырға тейеш. Ултыраҡтар эсендә ошоно үтәү йәйүлеләргә кәңәш итеп әйтелһә, ҡала-ауылдарҙан ситтә булғанда – мотлаҡ үтәлергә тейеш талап.