Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 11:40

Ни булды был донъяға?

Учалыла айырылышыуҙар ҡырҡа артҡан

Рәсәйҙә айырылышҡан парҙарға никахты тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ биреү туҡтатыла. Был төр документация тулыһынса электрон рәүештә алып барыласаҡ. Ләкикин никах теркәү тураһында ҡағыҙ таныҡлыҡтар һаман дауам итәсәк әле – байрам кәйефе өҫтәү, сағыу ваҡиғаға әйләндереү өсөн. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуарҙан алып сентябргә тиклем Башҡортостанда 10 315 ғаилә тарҡалған, 14 853 пар өйләнешкән. Үкенес, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда беҙҙең Учалы районында айырылышыуҙар 19,2 процентҡа артҡан, тип хәбәр ителде.
Мәғлүмәт сығанағы - http://ufatime.ru/news/2020/11/21/pandemiya-bolno-udarila-po-semyam-bashkirii-kolichestvo-razvodov-v-nekotoryh-gorodah-i-rajonah-zashkalivaet/
Читайте нас: