Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 17:30

“Әсәйем кейәүгә сығып ҡуймаһын инде...”

Күрше ауылдан ҡатыны үлгән ағай ике-өс тапҡыр һоратып килде. “Мин ошонан бер ҡайҙа ла күсеп китмәйем”, – тип шартты ныҡ ҡуйҙым.

Был тарихты йәше 60-ты үткән, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыған Мәҙинә исемле апай һөйләгәйне.
“Атайым мәрхүм булғанда миңә 12 йәш ине. Әсәйем 37 йәшендә тол ҡалған булып сыға. Ағайым Сибай педагогия училищеһында уҡып йөрөй ине, аҙна һайын ялға ҡайта.
Атайҙы юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек, әммә, ни хәл итәһең, тормош дауам итә, йәшәргә кәрәк.
Әхирәтем Сөмбөлдөң дә атаһы юҡ, дөрөҫөрәге, үгәй атай менән йәшәй. Уның бик уҫал булыуы, берәй нәмә оҡшамаһа, ҡысҡырып әрләүе, ҡустыһына хатта ҡайыш менән эләктереүе тураһында йыш һөйләй. Әллә ошо һүҙҙәр тәьҫир иттеме, әллә башҡа сәбәптәнме, башыма “Әсәйем кейәүгә сығып ҡуймаһын” тигән уй ояланы. Был уй мине гел ҡурҡыуға һала, шөбһәләндерә.
Мәктәптән ҡайтам да йорт-ҡуралағы барлыҡ эштәрҙе йүгереп йөрөп эшләйем: санаға бидон ултыртып һыуға барып киләм, малдарға һыу эсерәм, аҫтарын таҙалайым, кискелеккә кәбәндән тартып күп итеп бесән сығарам. Әсәйем ҡайтып, малды бикләүгә барыһы ла эшләнгән булһын, тип тырышам. Утын, бесән әҙерләүҙә лә ағайымдан, әсәйемдән ҡалмайым. Был эштәрҙе башҡарғанда ла баяғы уй баштан сыҡмай, әсәйем, яңғыҙыма донъя көтөү ауыр, тип уйлап ҡуймаһын, тием.
Хәҙер әсәйемдең шул саҡтағы фотоһүрәттәренә ҡарайым да хайран ҡалам: шул тиклем йәш, һылыу булған икән ҡәҙерлем. Тормошон уның менән бәйләргә теләгәндәр булманы түгел, булды. Күрше ауылдан ҡатыны үлгән ағай ике-өс тапҡыр һоратып килде. “Мин ошонан бер ҡайҙа ла күсеп китмәйем”, – тип шартты ныҡ ҡуйҙым. Балалыҡ менән: “Әсәй, нимәгә ул кеше беҙгә? Мин һиңә бөтә эштәрҙә ярҙам итешәм, ағайым да ҡайтып тора. Беҙ бит унһыҙ ҙа йәшәй алабыҙ”, - тип үпкәләп әйткәнемде лә иҫләйем.
Унан һуң да бер-ике тапҡыр һоратыусылар булды әле. Әллә минең күңелемде ҡыйырға теләмәне, әллә башҡа сәбәпме, ҡәҙерле кешем яңғыҙы ҡартайҙы.
Мин дә, ағайым да үҙ тормошобоҙҙо ҡороп, ҡалала төпләндек. Әсәйебеҙ нигеҙен ташларға теләмәне. Йыш ҡайтырға, һәр йәһәттән ярҙам итергә, ҡәҙер күрһәтергә тырыштыҡ, сирләһә, ҡала дауаханаһына һалып, дауаланыу мөмкинлеге лә булдырҙыҡ.
Әсәйем 80 йәшен билдәләп, йүгереп кенә йөрөгән еренән тигәндәй ҡапыл ғына мәрхүмә булды. Хәҙер инде ир ҡатыны, балалар әсәһе, тормош күргән кешемен. Үҫмер саҡта үҙемдең ни тиклем хаҡлы булмағанымды аңлайым да бит, ваҡытты кирегә әйләндереү мөмкин түгел шул. Әгәр мин үпкәләп, илап ҡаршы төшмәһәм, сәскәләй сағында яңғыҙ ҡалған әсәйем яңынан парлы булып, күпкә бәхетлерәк ғүмер кисерер ине, тип уйлайым ҡайһы ваҡыт...”
Фото: bvyazemy.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: