Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 18:10

Халыҡты киләһе йыл иҫәпләйәсәктәр

Быйыл октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия арҡаһында был сараны 2021 йылдың апреленә күсерергә мәжбүр булдылар. Быға тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 2010 йылда үткәрелде.

Быйыл октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия арҡаһында был сараны 2021 йылдың апреленә күсерергә мәжбүр булдылар. Быға тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 2010 йылда үткәрелде.
“Нимәгә кәрәк ул кеше һанау” тигән фекер йөрөтөүселәр булһа ла, был бик мөһим кампания.Мәҫәлән, һуңғы 20 йыл эсендә илдә 20 мең ауыл тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, һәм был тап халыҡ иҫәбен алыу мәлендә асыҡланған. Һуңғы кампанияла, мәҫәлән, бер ниндәй картала, һалым һәм һайлау ведомостарында күрһәтелмәгән бер ауыл булыуы билдәләнгән — ғөмүмән, шундай ҡыҙыҡлы асыштар ҙа булып ҡуя икән.
Иҫәпселәр тәү сиратта ғаиләләр һанын, Рәсәй гражданлығы йөрөтөүселәрҙе, миграция масштабын, торлаҡ шарттарын белергә теләй. Милли коэффициентҡа ла иғтибар йүнәлтелә. Дәүләттең социаль-иҡтисади сәйәсәтен көйләү, киләсәккә дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн, икенсенән уның ярҙамында һуңғы ваҡытта киң таралған гражданлыҡ никахында йәшәүселәр һанын, кешеләрҙең белем кимәлен, йәшәү өсөн килем сығанағын, ғөмүмән, тормош шарттарын һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәрҙе асыҡларға мөмкин.
Ҡала-районыбыҙҙа ла мөһим кампанияға әҙерлек әүҙем бара. Башстаттың Учалы ҡалаһындағы бүлексәһе етәксеһе Аида Садиҡова әйтеүенсә, әҙерлек былтыр апрель айында уҡ башланған. Махсус комиссия төҙөлгән, адрестар хужалығы юлға һалынған, яңы урамдар, яңы төҙөлгән йорттар дөйөм базаға индерелгән, ауыл урамдарының исемдәре дөрөҫ итеп тикшереп яҙылған.
Төбәгебеҙҙә барлығы 21 участка эшләйәсәк, уның унауы – ауылдарҙа, ун бере – ҡалала. Һәр биләмәгә алты-ете иҫәп участкаһы тура килә. Уларҙа халыҡ һаны 498-ҙән алып 603-кә тиклем буласаҡ, шуға күрә халыҡ һаны күп булған ауыл-ҡасабалар бер нисә иҫәп участкаһына бүленә.
Район буйынса был кампанияға һәммәһе 171 кеше йәлеп ителәсәк, шуларҙың 129-ы – иҫәпсе-хеҙмәткәрҙәр, 21-е – контролерҙар, тағы ла 21-е стационар участкаларҙа эш алып барасаҡ. Бөгөнгө көнгә ауылдарҙа иҫәп алыусылар билдәләнгән, ҡалала 61 кеше һайлап алынған, үткән кампанияла эшләгән кешеләр ҙә ҡатнашырға теләк белдергән. Хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү эше дауам итә.
-Пандемияға ҡарамаҫтан, әҙерлек эштәре дауам итә. Айырыуса адреслы хужалыҡтың торошона ҙур иғтибар бирелә - урам исемдәре, йорт, фатир һандарының дөрөҫ күрһәтелеүе иҫәп алыусы эшенең, кампанияның дөйөм һөҙөмтәләре сифатына йоғонто яһаясаҡ. Йорттарҙың адрестар базаһы тәүгә Федераль адреслы мәғлүмәт системаһы (ФИАС) күрһәткестәре менән сағыштырыла. Кеше йәшәгән йорттарҙан тыш, социаль, медицина, белем биреү учреждениеларынан да мәғлүмәт йыйыла, шул иҫәптән дини ойошмаларҙан да. Эш барышында ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙең ФИАС менән тура килмәүе асыҡланды. Яңы урамдарҙа урынлашҡан йорттарҙы базаға индереү буйынса ла күләмле эш башҡарыла, - тине Аида Садиҡова.
Сарала электрон теркәү алымы ҡулланыласаҡ, йәғни анкета планшеттар ярҙамында тултырыласаҡ. Иҫәп алыу беренсе тапҡыр берҙәм дәүләт теркәүе порталы аша ойошторола. Был “респондент ысулы” тип атала. Аныҡлап әйткәндә, иҫәп алыуҙың ике ысулы бар – респондент һәм корреспондент. Респондент мәғлүмәтте үҙе тултыра, ә корреспондентҡа мәғлүмәтте халыҡ бирә. Быйыл ике ысул да ҡулланыласаҡ. Ауыл биләмәләрендә стационар иҫәп алыу участкалары ойоштороласаҡ. Әгәр кемдер йортона йә фатирына ситтәрҙең килеүен теләмәһә, стационар иҫәп участкаһына барып, үҙе хаҡында мәғлүмәт бирә ала.
Анкета һорауҙарына килгәндә улар рәсми рәүештә раҫланған, элеккеһенән әллә ни айырылмаясаҡ.
Өй беренсә йөрөгән кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ла башҡа хеҙмәттәрҙең яуаплы ҡарауы талап ителә. Төрлө кешеләр йәшәй, шуға күрә комиссияға тәртип һаҡлау органдары ла индерелгән. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, ауыл хакимәттәре алдында ҙур эш тора – һәр йорт, подъезд яҡтыртылырға, инеү юлдары асыҡ булырға һәм таҙартылырға тейеш. Берәҙәк эттәрҙе аулау, иҫәп алыусыларҙы төпкөлдәге ауыл ерҙәренә алып барыу өсөн транспорт бүлеү кеүек һорауҙарҙы ла хәл итәсәктәр. Ғөмүмән, ҡала-районыбыҙ ҙур, ойоштороу эше күп тырышлыҡ талап итә.
Әлбиттә, бөгөнгө көндә мутлашыусылар ҙа күбәйҙе. Бәғзе берәүҙәрҙең ошо сараның уҙыуы менән файҙаланып, яуыз ниәтәтрен тормошҡа ашырыу маҡсатында иҫәп алыусылар сифатында килеүҙәре ихтимал. Шуға ла иғтибарлы булырға кәрәк. Аида Садиҡова белдереүенсә, иҫәп алыусыларҙы башҡа берәү менән бутау мөмкин түгел. Уларҙың барыһында ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу хеҙмәткәре танытмаһы буласаҡ. Ул паспорт булғанда ғына ғәмәлдә. Иҫәпсе яҡтылыҡты ҡайтарғыс элементтар йәбештерелгән һәм халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы төшөрөлгән еңһеҙ өҫ кейемендә һәм шарфта булырға тейеш. Бынан тыш, ул планшет һәм бланкылар һалыу өсөн “Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте” тигән яҙыулы күк төҫтәге портфель, ҡараңғыла эшләү өсөн махсус фонарь менән дә тәьмин ителәсәк.
Нурия ШӘРИПОВА.
Читайте нас: