Яйыҡ
+9 °С
Облачно
Новости
24 Ноября 2020, 13:25

Канализацияла – бала яралғыһы

Стәрлетамаҡ ҡалаһында коммуналь хеҙмәт эшселәре канализациянан ағып сыҡҡан һыуҙарҙы таҙартҡан саҡта, тыумаған бала яралғыһы килеп сыҡҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Стәрлетамаҡ ҡалаһында коммуналь хеҙмәт эшселәре канализациянан ағып сыҡҡан һыуҙарҙы таҙартҡан саҡта, тыумаған бала яралғыһы килеп сыҡҡан. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы хәбәр иткән.
Асыҡланыуынса, эмбрионды 19 ноябрҙә үк тапҡандар. Хеҙмәткәрҙәр тыумаған сабый яралғыһына канализация-насос станцияһының тырмау ҡулайламаһында эшләгәндә юлыға. Предприятиеға шунда уҡ полиция саҡыртыла.
Оператив-тәфтиш төркөмө яралғының әсәһен табыуға өлгәшә. Баҡһаң, шул көн таң менән ҡала дауаханаһы бәҙрәфендә уның балаһы төшә. Эмбрион канализацияға эләгә. Әле яралғы алынған һәм суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән.
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас