Республика башлығы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, һуңғы тәүлектә коронавирус менән сирләүселәр 128 кешегә артҡан. Шулай итеп Башҡортостанда 13446 кешелә ковид - 19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һаулыҡ һҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле республикала әле 1852 кеше коронавирус менән сирләй. Бөгөнгө көндә дауаханала 353 кеше дауалана. Ҡалғандар амбулатор шарттарҙа күҙәтелә. Был сир 76 кешенең ғүмерен ҡыйыуы билдәле.
Пневмония һуңғы тәүлектә 401 кешегә ҡуйылған.