Яйыҡ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 16:45

Законһыҙ ҡәберлектәр өсөн штраф һалына

Законһыҙ ҡәберлектәр өсөн штраф һалына. Законһыҙ ҡәберлектәр өсөн штраф һалына. Был хаҡтағы закон проектын ошо арала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ҡараясаҡ.

Законһыҙ ҡәберлектәр өсөн штраф һалына. Был хаҡтағы закон проектын ошо арала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ҡараясаҡ.
Штраф 200 мең һумға тиклем булыуы мөмкин. Урындағы үҙидараның вәкәләтле органынан йәки ерләү эше мәсьәләләре буйынса махсус хеҙмәттән рөхсәт алмайынса ерләгән өсөн штраф һалыу күҙ уңында тотола.«Һөҙөмтәлә граждандарҙың дәүләт тарафынан гарантияланған ритуаль хеҙмәттәрҙең минималь исемлеген бушлай алыуға хоҡуҡтары ҡыҫыла. Беҙгә һайлаусыларҙан һәм урындағы үҙидара органдарынан бер нисә тапҡыр ошондай ялыуҙар килде. Үҙенсәлекле өлкә. Яҡын кешеңде юғалтыу – һәр ваҡыт ҙур ҡайғы. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр хәлдән файҙаланыусылар табыла. Закон проекты бындай боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән», - тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Читайте нас: