Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 16:20

“Ул ғына ғәйепле...”

Фәриҙә апайҙы итәғәтле, һис кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ кеше тип беләләр. Алсаҡ, ихлас булып күренһә лә, күҙҙәре гел бойоҡ кеүек. Берҙән-бер улын әрмегә оҙатып, мәңгелеккә юғалтҡан ул. Ярай әле, ике ҡыҙы, кейәү­ҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре бар.

Фәриҙә апайҙы итәғәтле, һис кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ кеше тип беләләр. Алсаҡ, ихлас булып күренһә лә, күҙҙәре гел бойоҡ кеүек. Берҙән-бер улын әрмегә оҙатып, мәңгелеккә юғалтҡан ул. Ярай әле, ике ҡыҙы, кейәү­ҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре бар.Күптән түгел урам сатында һөй­лә­шеп торғанда ике йорт аша йәшә­гән күршенең ҡыҙы, кейәүе, уларҙың ике балаһы машина менән килеп туҡтаны. Уларҙы күргәс, Фәриҙә апай, күрмәмеш­кә һалышып, әйлә­неп торҙо. Тегеләр атай-әсәйҙәре йәшәгән йортҡа инеп киткәс, “Күрал­майым ошо ҡыҙҙы”, – тип уҫал итеп әйтеп ҡуйҙы.Бығаса гел яҡшы һүҙен ҡушҡан күрше ҡатын­дан бындай хәбәр ишеткәс, бер аҙ аптырап киттем. Баҡтиһәң, күптән түгел күсеп килгән кеше булараҡ, күршеләр араһындағы был күңелһеҙ, аяныслы тарихты белмәгәнмен икән....Алина менән Руслан бәләкәйҙән бергә уйнап үҫә. Тора-бара бала саҡ дуҫлығы мөхәббәткә әйләнә. Һәр хәлдә эргә-тирә уларҙың киләсәген бергә тип күрә. Күрше йәшәгән атай-әсәйҙәр ҙә бер-береһен “ҡоҙа-ҡоҙағый” тип шаяртып ала. Мәк­тәпте тамамлағас, ҡыҙ – институтҡа, егет техникумға уҡырға инә.Тиҙҙән Русланды әрме сафына алалар. Ҡыҙ менән егеттең араһын хаттар бәйләй. Ләкин Рус­лан әрмегә китеп, бер йыл самаһы ваҡыт үтеү­гә, Алина институтта уҡыған егет менән дуҫ­лашып китә. Русланды яратмауын, улар араһындағы хистең бары тик бала саҡтан килгән дуҫлыҡ булыуын, уны алдап йөрөргә теләмәүен аңлатып хат яҙа. Тик... егет был хәбәрҙе күтәрә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һала.Русланды бөтә урам менән зар илап һуңғы юлға оҙаталар. Ситтә һығылып илап баҫып тор­ған Алинаға егеттең әсәһе лә, туғандары ла бөтә уйлағанын әйтергә теләй, тик мәрхүмдең атаһы – һалҡын ҡанлы, аҡыллы Әсләм ағай алдан уларҙы ныҡ тыйған була.“Яратмағас, ниңә оҙатҡан? Ниңә хаттар яҙған? Яратмауын һуңлап аңлаған хәлдә лә, был хаҡта ҡайтҡас аңлашырға ла мөмкин ине бит...” – тип өҙгөләнә әсә һаман да.Ул ваҡиғаға тиҫтә йыл үткән. Алина кейәүгә сыҡҡан, ике балаһы бар. Алыҫ ҡалала йәшәй, һирәк-һаяҡ атай-әсәйе янына ҡайтып йөрөй.“Аҡылым менән аңлайым, ул да былай булы­рын, Русландың үлемен теләмәгәндер. Әммә уны күрһәм, йөрәгем урынынан ҡуҙғала. Кисерә алмайым... Аҡыл менән аңлаһам да, күңел һа­ман әрней...” – тине Фәриҙә апай, күҙенә йәш алып.Күршеләрҙең үҙ-ара аралашмауының, хатта бер-береһенә һаулыҡ та ҡушмауының сәбәбе бына ниндәй аяныслы ваҡиғаға барып тоташа икән... Эй, тормош...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ul-yna-yeple-/
Читайте нас: