Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының Ҡобағош, Миндәк ауылдарының пандемия осоронда ярҙамға мохтаж булған граждандар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан социаль ярҙам алды. Был эште район башҡорттары Ҡоролтайы һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ойошторҙо. Аҙыҡ-түлек ҡумталары Президент Гранттары Фонды ярҙамында тупланған.