Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 13:28

“Геострой” йәмғиәте еңде

Учалыла хирургия корпусы төҙөлөшө дауам итер

Нисәмә йыл көтөп көтөк булғас, былтыр Учалы үҙәк дауаханаһының яңы хирургия корпусы дәррәү генә төҙөлә башлағайны. Үкенес, подрядсыларҙың байтағы юрғанға ҡарап аяҡ һуҙа белмәйҙәр шул ( башҡортса тура килгәнерәк әйтем дә бар, әммә бортағыраҡ яңғырағас, яҙып тормайыҡ!). Хәлдәренән киләме, юҡмы, нәфсегә баш була алмайынса аукционда ҡатнашалар ҙа, аҙағынан үҙҙәренә алған йөкләмәне үтәй алмауҙары асыҡлана.
Дәүләт заказсыһы - БР Капиталь төҙөлөш идаралығы йөкләмәләрен үтәмәүҙәре сәбәпле Өфөнән «Новая техника» яуаплылығы сикләнгән йәмғитәте менән контрактты өҙөргә мәжбүр булды. Ошо арала яңынан аукцион үтеп, Өфөнән «Геострой» предприятиеһы менән яңы контракт төҙөлдө. Исмаһам, был яуаплылығы сикләнгән йәмғитәттең яуаплылығы саманан тыш сикләнгән булмаһын, тип теләргә генә ҡала!
Республика мәғлүмәт сығанаҡтарында хәбәр ителеүенсә, аукционда тәүҙә корпус төҙөү хаҡы 244,5 млн һум тип билдәләнһә, еңеүсе 205 млн һумға ла төҙөргә мөмкин, тип самалай.
Дөйөм майҙан 1,8 мең квадрат метр, хирургия бүлексәһендә -24 , травматология пунктында – 70 койко-урын бүленә, сменаһына 150 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән диагностика корпусы ла күҙ уңында тотола. Яңы бинала шулай уҡ рентген бүлексәһе, экспресс-лаборатория, операция блогы һәм реанимация урынлашасаҡ, тип белдерҙе район хакимиәте.
Төҙөлөш 2022 йылдың май айында тамамланырға тейеш. Бирһен Хоҙай!
Читайте нас: