Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йырсы, 92 йәшлек Абдулла Солтанов оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер ҙә бирешмәгән. Зиһене асыҡ, йәштәр кеүек теремек.
- Донъя сәхнәләрен яңғыратҡан мәлдәр бар ине, хәҙер һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды. Күптән йырлаған да юҡ, әйткәндәй, минең кеүек 92 йәштә кем йырлап ултырһын инде, - ти йылмайып.
Хәтеренең шәплегенә бер аҙ беҙ ҙә көнләшеп ҡуйҙыҡ хатта.
Аҡһаҡалды ҡалаға, барлыҡ уңайлыҡтары булған фатирға күсергә күпме генә өгөтләмәһендәр, риза түгел икән. Тыуған ауылынан бер ҙә китәһе килмәй, ҡайҙа ереккәнмен, шунда береккәмен, ти.