Пандемия осоронда, иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, РФ Президентының май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының эшмәкәрлеген дауам итеүе ҡыуаныслы күренеш. Проект сиктәрендә ағымдағы йылда Вознесенка, Илтабан, Ҡоҙаш, Наурыҙ, Ғәлиәхмәр һәм Ҡобағош ауылдарында модулле ФАП төҙөлдө. Ғөмүмән, республикала ағымдағы йылда 94 объект сафҡа индерелергә тейеш, шуларҙың иң күбе, етәүһе - Учалы районында.
Ошо көндәрҙә Ҡобағош ауылына барып, модулле фельдшер-акушер пункты асып ҡайттыҡ. Тантанала яҡташыбыҙ, Яңы Байрамғол ауылы ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла ҡатнашты.
Ауылда 431 кеше йәшәй, 18 йәшкә тиклемге балалар һаны - 79. Бынан кире ҡобағоштар заманса шарттарҙа медицина ярҙамы аласаҡ.
100 квадрат метр майҙанлы яҡты, йылы, бөхтә модулле бина барлыҡ медицина кәрәк-яраҡтары һәм йыһаздары менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедуралар эшләү бүлмәләре, пациенттар өсөн сиратта көтөү урыны, хужалыҡ блогы, санузел, эҫе һәм һыуыҡ һыу - барыһы ла бар. ФАП шулай уҡ интернет селтәренә тоташҡан.