Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 18:00

Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры

"Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры-2020" республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лира Сафиуллина "Дәүләт хеҙмәткәре" номинацияһында еңеү яуланы. Ҡотлайбыҙ!

"Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры-2020" республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лира Сафиуллина "Дәүләт хеҙмәткәре" номинацияһында еңеү яуланы. Ҡотлайбыҙ!
Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы XXIV Бөтә Рәсәй "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры-2020" конкурсының төбәк этабы 25 ноябрҙә Өфөлә дистанцион режимда уҙҙы. Унда Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Учалы, Бөрө, Сибай, Бәләбәй, Белорет, Дәүләкән ҡалаларынан, Ғафури, Стәрлебаш, Миәкә, Шишмә райондарынан гүзәл заттар ҡатнашты.
Ойоштороусылар белдереүенсә, быйыл конкурста 19 етәксе ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан. Улар араһында мәғариф, медицина, дөйөм туҡланыу, мәҙәниәт, сауҙа, халыҡты хеҙмәтләндереү тармаҡтарынан вәкилдәр булған.
Лира Сәғитйән ҡыҙын лайыҡлы еңеүе менән тәбрикләйбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: