Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 13:19

Ҡайҙа ла битлек кейергә бурыслыбыҙ!

Ҡашшаҡланып, аҙағынан терһәк тешләргә тура килмәһен.

Район хакимиәтендә коронавирусҡа ҡаршы тороу тураһында сираттағы брифинг үтте ( https://youtu.be/0YbaiBYDV4w.)
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов коронавирус тәңгәлендә хәл көсөргәнешле булып ҡалыуын билдәләне. Һаҡланыу режимын күҙәтеү – мотлаҡ шарт. Оло кешеләргә көнкүрештә булышлыҡ талап ителә икән, ирекмәндәрҙең телефон номерҙары әйтелде: 6-96-01, 626-90, 8 937 846 0321. Ә район штабының “ҡыҙыу линияһы” - 8(34791) 6-10-33, эш көндәрендә эш ваҡытында бәйләнешкә сығырға мөмкин.
Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латиповтың белдереүенсә, 26 ноябрь ковид-госпиталдә 34 пациент иҫәпләнә, өсәүһендә ПЦР ысулы менән коронавирус раҫланған. Пандемия башланғандан алып 13 968 райондашыбыҙ, шул иҫәптән 1 463 бала Covid-19 вирусына тикшерелгән. Коронавирустың төп билдәләре: температура 38,5 градусҡа күтәрелеү, “ҡоро” йүтәл, күкрәк ауыртыу, еҫ һәм тәм юғалыу. Ошо симптомдар бар икән, кисектермәй табиптарға мөрәжәғәт итергә! Төп профилактика саралары: битлек кейеү, ҡулды дезинфекциялау, аҙыраҡ аралашыу, иммунитетты нығытыу.
Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айҙар Мөслимов белдерҙе - битлек режимын күҙәтмәгән өсөн 18 марттан алып 287 административ протокол төҙөгәндәр. Быларҙың барыһына ла штраф һалынмаған, кемгәлер иҫкәртеү яһала. Ә бына бер граждан йә юридик берәмек булдырмаған эшҡыуар икенсе тапҡырға эләгә икән, яза ныҡ ҡатылана. Тәү тапҡыр 20.6.1-се статья менән граждандарға иң күбе 30 мең, эшҡыуарҙарға 50 мең һум штраф һалыныуы ихтимал. Ә икенсе тапҡырға, 6.3-сө статья менән матди яза граждандарға -40 мең, эшҡыуарҙарға – 150 мең һумға етеүе мөмкин.
Читайте нас: