Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 17:55

Айһылыу

Йәмил – ғаиләлә бишенсе бала. Дүрт ҡыҙҙан һуң көтөп алынған малай булғанғамы, атай-әсәй иғтибары саманан тыш артыҡ.– Мә, балам, быныһы һиңә генә, – тип иң тәмле кәнфитте, иң матур уйынсыҡты һәр ваҡыт уға һуҙҙылар.

Йәмил – ғаиләлә бишенсе бала. Дүрт ҡыҙҙан һуң көтөп алынған малай булғанғамы, атай-әсәй иғтибары саманан тыш артыҡ.– Мә, балам, быныһы һиңә генә, – тип иң тәмле кәнфитте, иң матур уйынсыҡты һәр ваҡыт уға һуҙҙылар. Үҙенән әллә ни күпкә ҙур булмаған апайҙары ла ҡаршы килмәне, киреһенсә, берҙән-бер ҡустыларын улары ла ҡурсалап ҡына торҙо. Күрше тирә-яҡтағы бала-саға менән уйнағанда ла Йәмил үҙ һүҙле булды – һәр кем уның менән иҫәпләшергә, уныҡынса эшләргә тейеш ине.“Атай-әсәйеңдең күҙенә нисек ҡарармын?”...Йылдар үтте. Юғары класҡа етеп, танау аҫтына еҫ керә башлағас, мәктәптәге иң сибәр ҡыҙға күҙе төштө егеттең. Ай­һылыу – сөм-ҡара күҙле, ҡыйғас ҡашлы, алһыуланып торған йөҙлө, тал сыбығылай нескә кәүҙәле ҡыҙ. Оҙон, ҡуйы керпек­тәрен һирпеп бер ҡараһа ла, бөтә егеттәрҙең һушын алырлыҡ! Етмәһә, тыйнаҡ, тәртипле, яҡшы уҡый, ата-әсәһе лә – ауылда абруйлы кешеләр.– Мин һине яратам, – тине Йәмил ҡыҙға сығарылыш кисәһе­нән һуң. – Һин мотлаҡ минеке булырға тейешһең! – Ул Айһы­лыу­ҙы ҡосаҡларға маташты.– Юҡ, миңә әле уҡырға кәрәк. Һөнәр алғас, атай-әсәйемә ярҙам иткем килә, туғандарымды ла ҡарашаһым бар, – тине Айһылыу, егеттең ҡулдарын ситкә алырға тырышып.– Ләкин уҡып бөтөү менән миңә генә кейәүгә сығасаҡһың! – тине егет, еңелергә теләмәй.Йәмил менән Айһылыу дуҫлашып йөрөй башланы. Дөрөҫөрәге, егет ҡыҙҙы һәр ваҡыт күҙәтеп, икенселәргә күҙ һалып ҡуймағайы тип, ҡарап ҡына торҙо, уның һәр аҙымын тикшерҙе. Хатта Айһылыу йәшәгән дөйөм ятаҡҡа яҡын эшкә урынлашты.Тик ҡыҙ Йәмилгә битараф ине. Уның яратҡан егете Наил – һәр яҡлап ыңғай кеше – тиҫтерҙәре менән һәйбәт аралаша, иғти­барлы, яғымлы, йәштәр бер партала ултырып белем ала.Бер көндө киноға барырға сыҡҡайнылар, Наил менән Айһылыу ҡаршыһында Йәмил пәйҙә булды:– Был кем, нишләп уның менән етәкләшеп китеп бараһың? – тип ул Айһылыуға бәйләнә башланы.Ҡыҙ ҡапыл килеп сыҡҡан егет алдында ҡойолоп төштө, ни әйтергә белмәй торғанда, Наил Йәмилгә:– Айһылыу алдында хәҙер ғәфү үтенмәһәң, үҙеңә үпкәлә! – тине. Оҙон, мыҡты кәүҙәле егеттән шөрләпме, Йәмил өндәшмәй боролоп китеп барҙы.Ныҡ ғәрләнде ул, ятаҡҡа ҡайтҡас та, тыныслана алмай аҙапланды. Яратҡан ҡыҙы янында икенсе егетте күреү уны ярһытты, түбәнһетте. Нисек итеп һүҙен һүҙ итергә тип күп уйланы Йәмил.“Их, Айһылыуҙы мәңгегә үҙемдеке итерлек, уны башҡаға ҡарата алмаҫлыҡ сәбәп уйлап табырға ине” тип баш ватты. Һәм... йыуыныу бүлмәһенә инеп, үткер лезвиены ҡулына алды...Йәмилдең йөрәк тибеше һайын ҡулынан ҡарағусҡыл-ҡыҙыл ҡан һарҡып аға башланы. Егет уны таҫтамалға урап, Айһылыу йәшәгән бүлмәгә табан атланы.– Бына күрәһеңме, һин мине ниндәй хәлгә еткерҙең?! Шул егетең менән йөрөр булһаң, үләм дә ҡуям, – тип ҡанға батҡан ҡулын күрһәтте.Ҡыҙҙың йөрәге табанына төшөп киткәндәй булды.– Айй, нишләүең был! Ярай, ярай, мин риза! Тик үлмә генә! Атай-әсәйеңдең күҙенә нисек ҡарармын?Иҫен юғалтты...Ошо хәлдән һуң Айһылыу Йәмил өсөн тамам ҡурҡа башланы. “Мине ныҡ ярата, башҡа менән йөрөһәм, йә үҙ-үҙенә ҡул һалыр. Былай яратмаҫлыҡ егет түгел дә ул”, тип йыуатты ҡыҙ үҙен.Ә училищены тамамлап, диплом алған көндә Йәмилгә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе. Туй мәжлесенә ике яҡтан да атай-әсәй ныҡлы әҙерләнде. Йәмил төпсөк малай булһа, Айһылыу, киреһенсә, ғаиләлә баш бала. Буласаҡ ҡәйнә лә, ҡайынбикәләре лә йәш киленгә туй мәжлесендә үк үҙ талаптарын теҙҙе:– Беҙҙең ҡустыбыҙ берәү генә, һин уны беҙҙең кеүек үк яратырға, уның өсөн барыһын да эшләргә тейешһең!– “Ҡатын – ирҙең ҡоло” тигән боронғолар, шуны онотма!Килен, тыйнаҡ ҡына йылмайып, ҡарашын йәшерҙе. Йәмил хур ҡыҙындай сибәр кәләшенә һоҡланды: ап-аҡ күлдәктәге Айһылыу аҡҡоштай һомғол, унан нур, сафлыҡ бөркөлә.Иртәгәһенә иртән Йәмил:– Кисә бер егет һинән күҙен алмай ултырҙы, әллә электән таныш инегеҙме? – тип төпсөндө.– Туйҙа кәләш менән кейәүгә ҡарамай кемгә ҡараһындар, – тине Айһылыу, һүҙҙе шаяр­тыуға борорға тырышып.Ҡалаға барып айырым фатир­ҙа йәшәй башлағас:– Һин минеке генә, ишет­теңме, эшкә сығам тип уйлама ла! – тип бойорҙо Йәмил.Ҡыҙҙың күҙенә йәш төйөлдө. Яратҡан һөнәренә эйә булып, аҡса табырға, атай-әсәйенә ярҙам итергә тип пландар ҡор­ғайны бит. Уҡытыусы һөнәре – уның бала саҡ хыялы. Бәләкәй генә малай һәм ҡыҙҙарға хәрефтәрҙе өйрәтеү, уларҙан һүҙҙәр теҙеп яҙыу ниндәй ма­уыҡтырғыс! Ә кластан тыш саралар әҙерләү, әкиәттәр ҡуйыу, йырға-бейеүгә өйрәтеү...Айһылыу өсөн ялҡытҡыс, төҫһөҙ көндәр бер-береһен ал­маштырҙы. Ауырға ҡалғанын белгәс кенә, ҡыуанысының иге-сиге булманы. Янымда сабыйым-йыуанысым, иң ҡәҙерле кешем буласаҡ, яңғыҙлыҡтан әлеге кеүек зарығып ултырмая­саҡмын, тип шатланды ул.Йәмил дә, ҡыҙҙары тыуғас, яҡшы яҡҡа үҙгәреп киткәндәй булды: баланы ҡарарға ярҙам итте, хатта төндәрен торҙо, ярҙамлашты. Йәш атай менән әсәйҙең уртаҡ шатлыҡтары донъяларына йәм өҫтәне.Тик холоҡ ғүмер буйы артың­дан ҡалмай, эйәреп йөрөй шул. Йәмил ҡатынын ҡыҙғаныуын, бағанаға ла көнләүен һаман дауам итте.– Анау балалар табибы һиңә шундай итеп ҡараны, моғайын, мин өйҙә юҡта осрашаһығыҙ­ҙыр, – тип шиген белдерҙе ул берҙән-бер көн.– Улай булғас эргәгә берәй ҡарауылсы ҡалдыр, – тине Айһылыу, түҙмәй.Ул ғына ла түгел, Йәмилдең ҡатынына ышанмауы, тырнаҡ аҫтынан да кер эҙләүе апайҙарына ла күсте.– Беҙҙең туғаныбыҙҙы әҙәмгә һанамайһың, ул һинең турала бөтәһен дә беҙгә һөйләп тора. Башҡа ирҙәр менән осрашаһың икән, – тип уңайы сыҡҡан һайын Айһылыуҙы рәнйеттеләр.Бала бағып, көнсөл, мин-минлеге хаттин ашҡан ирҙән ҡы­йырһытылып йәшәү Айһылыу­ҙы тамам йонсотто, ул ябыҡты, йыш сирләй башланы. Ҡыҙына биш йәш тулған көндә ҡапыл башы әйләнеп, иҫен юғалтты.Башҡа сара ҡалманы– Бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс сирегеҙ юҡ, күберәк ял итергә, саф һауала йөрөргә, тыныс тормошта йәшәргә кәрәк, – тине табип.Айһылыу ике аҙна эсендә ҡыҙын үлеп һағынды. Ҡояш кеүек балҡып торған түңәрәк йөҙлө, зәңгәр күҙле сабыйы күҙ алдынан китмәне. Күпме генә ялынмаһын, Йәмил ҡыҙын уның янына дауаханаға алып килмәне.– Йә берәй сир йоҡторор, ҡайтҡанса түҙ, – тине ул ҡоро ғына.Ҡыҙы ла әсәһен ныҡ һағын­ған, иркәләнеп-наҙланып туйманы.– Хәҙер ҡыҙыбыҙ ҙур үҫте инде, миңә лә эшкә сығырға ваҡыт, – тине Айһылыу Йәмилгә.– Эшләр булһаң, минән айырылаһың! Бала минең менән ҡаласаҡ! – тип киҫәтте ире.Айһылыу, Йәмилгә кейәүгә сығып, мәңгелеккә бәхетен юғалтыуына инанды. Йәлләп, уның ғүмере өсөн ҡурҡып, үҙен ҡорбан итеүенә үкенде.– Балаҡайым, үҙеңде харап итеп ҡуймаһын, айырыл, – тип иланы Айһылыуҙың әсәһе, ҡыҙы өсөн борсолоп.– Баламдан айырылаһы тү­гелмен, барыһына ла түҙермен, – тине Айһылыуы.Өй эсендә ыҙғыш-талаш көн­дән-көн артты. Йәмил холоҡһоҙ, мыжыҡ иргә әйләнде. Айһы­лыуҙың бешергән аштарын яратмай ҡыланды, юҡ-барҙан тауыш сығарып ҡына торҙо.– Етәр, башҡа түҙер хәлем ҡалманы, һинән китәм! – тип ныҡлы ҡарарға килде Айһы­лыу.Йәмил ҡатынынан бындай ҡәтғи һүҙҙәрҙе көтмәгәйне. Ҡапыл аптырап ҡалды, ни эшләргә белмәй тиҙ генә кейенеп сығып китте.Йәмил ул кисте өйгә ҡайт­маны. Айһылыу иртән ҡыҙын балалар баҡсаһына илтте лә элек эш белешкән мәктәпкә юлланды.– Бик ваҡытлы килгәнһегеҙ, иртәгәнән үк эшкә сыҡһағыҙ була, – тип саҡырып ҡалдылар уны.Айһылыу ҡайтышлай кәрәк-яраҡ, эшкә кейергә тип яңы күлдәк һатып алды ла осоп тигәндәй өйөнә ҡайтты.Тик күпме генә инәлмәһен, ишек асыусы булманы.– Оятһыҙ, иреңде, балаңды ташлап, эшкә сығып китмәксе булдыңмы? Гулять итеп йөрөргә теләйһеңме? – тигән һүҙҙәр яуҙырҙы Йәмилдең апаһы.Айһылыуға ауылдаш ҡыҙы йәшәгән фатирға барып ҡуныу­ҙан башҡа сара ҡалманы.Буталсыҡ уйҙарБар булмышын, күңелен биреп эшләне Айһылыу. Яҙмыш әсеһен эсенә йотто, һағышын хеҙмәт менән баҫты. Коллегалары, ата-әсәләр яңы уҡытыу­сыны яратты, уның эшенән ҡәнәғәт ҡалды. Тик ҡыҙын үҙенә ҡайтарырға нисек кенә тырышмаһын, Йәмилдең апалары килендәрен хыянатта, тотанаҡһыҙлыҡта нахаҡҡа ғәйепләп, баланы бирмәне.Шулай ике йыл ваҡыт үтте. Йәмил ҡыҙын етәкләп беренсе класҡа уҡырға алып килде. “Тәүге ҡыңғырау” тантанаһы башланыр алдынан Айһылыу ҡыҙын күреп илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды.Йәмил тағы ла һылыуланған, зауыҡ менән кейенгән ҡаты­нына ҡарап һоҡланды, уның янына әленән-әле килеп һөй­ләшеп киткәндәрҙән көнләште. “Ниңә минең ҡатыным икенсе ир-ат менән һөйләшә, мәктәп директоры ла нисектер сәйер ҡарай төҫлө. Уҡыусы малай менән атаһы ҙур гөлләмә килтереп тотторҙо”, – тип күҙәтте ул. Өйөнә ҡайтҡас та тыныслана алмай ярһыны: “Айһылыуға нимә етмәне, ниңә ул ирен генә ҡарап өйҙә ултырмай, ниңә гел кешеләр янына ашҡына? Ул бит ҡатынын өйҙә генә тоторға теләгәйне. Ә бында күпме сит-ят күҙҙәр”... Ир үҙ уйҙарында үҙе буталды...Бишек йырҙарыҠыҙы менән бер мәктәптә булыуы Айһылыуға бөтмәҫ дәрт, илһам өҫтәне. Тәнәфес һайын ҡыҙы әсәһе янына йүгереп килде, уларҙың йөҙҙәре шатлыҡтан балҡыны.– Оҙаҡламай бергә йәшәй башларбыҙ, – тине Айһылыу тулҡынланып.Ул эшләгән урынынан характеристика алды, ҡултамғалар йыйҙы, тик бәләкәй ҡалала әшнәләшеп бөткән ҡайынби­кәләрен еңергә көсө етмәне.“Яҡшылыҡ ҡасан да булһа еңә, ә яуызлыҡ барыбер язаһын ала”, тигәндәр. Айһылыу менән булған бер ваҡиға быны тағы ла дәлилләне....Педсовет ултырышы барышында мәктәп директоры иртәгәһенә баш ҡаланан ҙур тикшереү киләсәген белдерҙе.– Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек булмаһын, иң көслө уҡытыусыларҙың дәрестәренә кереп ултырасаҡтар, бик абруйлы комиссия, – тине.Айһылыу дәрескә һәр ваҡыт ентекле әҙерләнә, ә иртәгәһе көнгә айырыуса ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланы. Икенсе дәрес башланыу менән өс-дүрт кешенән торған комиссия ағзалары уның кабинетына инеп ултырҙы. Уҡытыусы уларға күтәрелеп тә ҡарамай уҡыу­сыларға мөкиббән бирелеп яңы теманы аңлатты.– Бик матур дәрес ҡараныҡ, афарин! – тине уға баш ҡала ҡунаҡтары. Барыһы ла сығып бөткәс, бер ир янына килеп баҫты.– Һаумы, Айһылыу!– Наил? Бына, исмаһам, осрашыу!Улар оҙаҡ ҡына гәпләшеп ултырҙы. Айһылыу бер нәмәне лә йәшереп торманы, үҙ башынан үткәндәрен теҙеп һөйләне. Иң матур йәшлек йылдарында бер партала ултырып уҡыған дуҫы уға шундай яҡын, ҡәҙерле ине, үҙен бәхетле мәлдәренә кире ҡайтҡандай тойҙо. Ошо егеткә үлеп ғашиҡ булған саҡтарын иҫенә төшөрөп, моңһоу ғына йылмайҙы ҡатын.– Ҡыҙыңды яныңа ҡайта­рырға ярҙам итермен, – тине Наил хушлашыр алдынан.Ысынлап та, бер аҙна үтеүгә, Айһылыуҙың эше яңынан ҡаралып, ыңғай хәл ителде.– Ярай, ҡыҙыңды алдың да эш бөттө түгел, мин һиңә кемлегемде күрһәтермен әле! – тип янаны ҡыҙмаса булып алған Йәмил.Айһылыу өндәшмәне. Өйөнә ҡайтҡас, йәш сағындағы тәжри­бәһеҙлеге, бер ҡатлылығы арҡа­һында Йәмилгә сығып, балаһы менән бәхетһеҙлеккә дусар булыуҙарына әсенеп иланы.Ҡыҙы менән йәшәй башлағас, Айһылыуға күңел тыныслығы килде, алдағы көнгә ышанысы һәм өмөтө артты. Ике йыл буйына ҡыҙын балалар баҡ­саһында Йәмилдән ҡаса-боҫа һирәкләп күреүе ҡатындың һағыныуын баҫмай, киреһенсә, арттыра ғына ине. Ҡыҙын тәрбиәләүгә бөтә көсөн һалды ул, кистәрен әкиәттәр һөйләне, йырланмай ҡалған бишек йырҙарын көйләне.ЕнәйәтЙәмил үҙ-үҙенә урын тапманы, Айһылыуҙан үс алыу юлдарын эҙләне. “Юҡ инде, әле минең менән иҫәпләшмәгән кеше тыумаған, барыбер иркенләп тыныс йәшәргә юл ҡуймаясаҡмын!” – тип тешен шығырлатҡан ир, Айһылыуҙың сибәр йөҙөн күҙ алдына килтереп, тағы ла ярһыны.“Харап икән берәү, алдынғы уҡытыусы, имеш, кейәүгә сығып китеп, мине бөтә мир алдында рисуай итергә лә күп һорамаҫ!Юҡ, мин быға юл ҡуймаясаҡ­мын! Әйҙә, ул да, мин дә был донъяла йәшәмәһәк, яҡшыраҡ булыр”, – тип төн буйы мәкерле план ҡорҙо.Төш ауыу менән Йәмил мәк­тәпкә ыңғайланы. Ҡыҙы уҡы­ғанын яҡшы белгәнлектән, уға иғтибар иткән кеше булманы.Бына Айһылыу уҡытҡан класс бүлмәһе. Йәмил, уның уҡыусыларын оҙатып бөткәнен көтөп тороп, һаҡ ҡына кабинетҡа инде.– Ҡыҙымды күрергә килдем, – тип аҡланды ир.– Әле ул музыка түңәрәгендә, сыҡҡас күрерһең, – тине Айһы­лыу мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып, ә үҙенең тәне дер-дер ҡалтыраны.– Улай булғас, бигерәк яҡшы, – тип ир ҡатын янына ыңғайланы.Айһылыуҙың күҙ алдында нимәлер ялт итте, ул күреп тә өлгөрмәне, эсен ниҙер уттай яндырып телеп үтте... Ҡатын яй ғына иҙәнгә сүгәләне.Яман уйы шулай тиҙ генә барып сыҡҡанға ҡыуанған Йәмил­дең күҙенә аҡ-ҡара күренмәне. Урамдан йүгерә-атлай китеп барғанда, эргәһенән үтеп киткән милиция, “Ашығыс ярҙам” машиналарына ла иғтибар бирмәне.“Ә хәҙер миңә лә сират”, – тип яҡындағы ағаслыҡҡа йүнәлде...Алһыу раузалар– Бәхеткә күрә, бысаҡ Айһы­лыуҙың йәшәү өсөн мөһим ҡан тамырына бер нисә генә миллиметр етмәй ҡалған, – тине табиптар. Тик дауаланыу оҙайлы ғына барасаҡ.Әсәһе керпек тә ҡаҡмай Айһылыуҙың янында көн-төн ултырҙы, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һораны. Бер ай үткәс, ҡыҙы ҡашыҡтан ашай башланы, һөйләшеүе лә рәтләнде. Ныҡ йәрәхәтләнеү ҙә, үтә ҡурҡыу ҙа Айһылыуҙың нервы система­һын ҡаҡшатҡайны. Был фажи­ғә мәктәпте генә түгел, бөтә ҡаланы тетрәндерҙе, коллегалары, таныш-белеше, дуҫтары Айһылыуҙың тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләне, ә Йәмилгә нәфрәттәре көслө ине.– Мәңгелек тамуҡ утында янһын, хәшәрәт! Еләк кеүек ҡыҙыма бер генә лә ҡәҙер күр­һәтмәне, – тип рәнйене Ай­һылыуҙың әсәһе элекке кейә­үенә. – Шөкөр, ҡыҙым иҫән-һау ҡалды, инде киләсәктә бәхеткә төрөнөп йәшәргә яҙһын!...Бөгөн Айһылыуҙың тыуған көнө. Иртәнге обходта табип:– Йәгеҙ, йыйынығыҙ, өйө­гөҙгә ҡайтарабыҙ, – тине. – Һеҙ бөтөнләй йүнәлдегеҙ!Айһылыуҙы алырға ҡыҙы менән әсәһе килгән. Уларҙы дауахананан сығыуға такси көтөп тора ине.Кисен өйгә ҡатындың ту­ғандары йыйылды. Табынға ултырғас, әсәһе:– Ҡыҙым, тыуған көнөң менән! – тип күпереп торған мамыҡ шәл япты.Шул ваҡыт ишектә ҡыңғы­рау тауышы ишетелде. Айһы­лыу йүгереп барып уны асҡай­ны, тупһала бер ҡосаҡ алһыу раузалар тотоп Наил баҫып тора...– Әйҙә, үт, улым, һинең оло ярҙамың был бәхетле минут­тарҙы яҡынайтты, – тине әсәһе.Баҡтиһәң, Наил Айһылыу­ҙың бәләгә тарыуын белгәс, баш ҡаланың иң тәжрибәле табиптарын килтергән, дарыуҙар ме­нән ярҙам иткән. Тик Ай­һылыуға был турала әйтмәү­ҙәрен үтенгән.Икәүҙән-икәү ҡалғас, Наил:– Айһылыу, беҙҙе яҙмыш баш­ҡаса айырмаҫ өсөн йәнә ос­раштырҙы. Миңә кейәүгә сыҡ, – тип мөхәббәте алдында теҙләнде...
Минира ҮТӘГӘНОВА
Читайте нас: