Яйыҡ
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 16:45

Бер ғаиләнән өс кеше...

Был хәл беҙҙең республикала булмаһа ла, бар Рәсәй халҡын тетрәндерә

Был хәл беҙҙең республикала булмаһа ла, бар Рәсәй халҡын тетрәндерҙе. Шуға күрә уның менән уртаҡлашырға һәм тағы бер тапҡыр коронавирус тигән афәттән нығыраҡ һаҡланырға тәҡдим итергә булдыҡ...
Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән бер ғаилә өсөн коронавирус ҡот осҡос ҙур фажиғә килтерә. Бер аҙна эсендә 36 йәшлек ауырлы ҡатын, уның 64 йәшлек атаһы һәм 61 йәшлек әсәһе үлә. 32 аҙналыҡ ҡына булып тыуған малай ғына иҫән ҡала.
Светлана исемле ҡатын ҡасандыр кейәүҙә була, тик айырыла. Ул стоматологияла администратор булып эшләгән. Ҡатындың таныштары белдереүенсә, ул ауырға ҡалғас, кемдән икәнлеген әйтмәй, баланы үҙе өсөн үҫтерегә була. Буласаҡ атай кеше лә уларҙың тормошонда бөтөнләй ҡатнашмай.
Һәм бына күңелле мәшәҡәттәр менән бәпестең тыуыуына әҙерләнеп йөрөгәндә, ғаиләгә сир килә. Коронавирустан сирләп киткән атаһы 5 ноябрҙә үлә. 8 ноябрҙә Светлана үҙе яҡты донъя менән хушлаша. 12 ноябрҙә уның әсәһе лә китеп бара. Светлана һәләк булған көндө уның улы тыуа. Ҡатынды ИВЛ-ға тоташтырған булғандар, хәле ныҡ насарланғас, операция эшләп сабыйҙы ҡотҡарып өлгөрәләр. Үлер алдынан ул балаһына исем ҡушып өлгөрә, олатаһы хөрмәтенә бәпескә Кирей тигән исем бирә ул.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, улар тыумышы менән икенсе төбәктән булып сыға, ғаиләне Санкт-Петербургтан 1300 километр алыҫлыҡҡа - тыуған яғына алып ҡайтып ерләйҙәр. Ә иң яҡын кешеләрен тыумаҫ элек юғалтҡан сабыйҙың ҙур ҡалала бер туғаны ла ҡалмай. Әле уның менән опека органдары шөғөлләнә. Үҙе тыуған Боткин дауаханаһында уға тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирәләр.
Билдәле булыуынса, бәпестең Волга буйында әсәһенең ике туған апаһы бар. Улар үҙҙәре өс бала тәрбиәләй һәм Кирейҙы ла алырға теләк белдергәндәр. Тик көтмәгәндә, бер ир килеп сығып, үҙен баланың атаһы тип танытҡан. Ул судҡа ғариза биргән һәм ДНК тапшырырға әҙерләнә. Ғаиләлә уның тураһында бер кем, бер нимә ишетмәгән. Билдәле булыуынса, ул Светлана менән бергә стоматологияла эшләгән.
Әммә баланың үҙ атаһы табылған тип шатланырға иртә. Баҡһаң, етем ҡалған сабый Санкт-Петербург ҡалаһындағы ике фатир эйәһе икән... Ҡыҫҡаһы, хәҙер бай бәпес өсөн “алыш” башланған. Әгәр баланы иргә бирһәләр, ике туған инәһе уны алып ҡарай алмаясаҡ.
Бер ғаиләнең башына төшкән ҡот осҡос бәлә. Ә кемдәрҙер һаман был сирҙең ни тиклем зәхмәтле икәнлегенә ышанып бөтмәй. Яҙмышты һынамайыҡ, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Фото: dpa / Global Look Press
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: