“Танышҡанда барыһы ла яҡшы булды, хатта бер-беребеҙҙән айырыла алмай инек. Икебеҙ ҙә яңғыҙлыҡтан миктәп, ғаилә ҡороп йәшәү бәхетенә кинәнеп туя алманыҡ. Тик йылдар үтә килә ҡорған “оя”быҙ тарҡала башланы...” Ләйсәндең әйтеүенсә, иренең сираттағы ҡыланышы ата-әсәһе эргәһенә ҡайтып йәшәргә мәжбүр иткән. Баҡтиһәң...Ҡатынды иренең һәр бағананан тиерлек көнләшеүе тамам ялҡытҡан. Ул хатта хәләл ефетенең әхирәттәре менән аралашыуын да оҡшатмай икән. “Ярты сәғәткә магазинға сыҡһам да, эҙләй башлай. Телефоныма шылтыратып, уны ишетмәү йәки янымда булмау сәбәпле, һөйләшә алмаһам, иремдең фантазияһы тағы “уйнай” башлай. Уныңса, мин ошо ваҡытта башҡа ир менән осрашам... Был хәлдәр тамам ялҡытты. Мин, хәҙер инде дүрт бала әсәһе, башҡа ир-егет тураһында уйлап ултыра тиме икән? Өҫтәүенә бәләкәсенә – бер нисә ай ғына...”Был йәмһеҙ күренештәрҙең барыһына ла көнләшеү сәбәпсе, тип уйлай ҡатын. “Һинән башҡа бер йүнле ир юҡ донъяла, тип тә әйтеп ҡарайым. Юҡ, барыбер үҙгәрмәй...”Ләйсән ошолар хаҡында һөйләгәндә, киң билдәле Дездемона менән Отелло образдары хәтергә төштө. Был осраҡта ла ҡатын һәр саҡ тиерлек ир алдында аҡлана. Ә уныһы, киреһенсә, быларҙы үҙенә хыянат итеү дәлилдәре булараҡ ҡабул итә.Үҙенең уңышлы икәнлеген хис итеү мөмкинлеге генә ошондайҙарҙы был холҡонан бер аҙ ҡотолдора ала, шуға күрә психологтар ҙа эргәһендә көнләшкән ҡатыны йәки ире булғандарға хәләленең уңыш-ҡаҙаныштары хаҡында йышыраҡ телгә алырға кәңәш итә. Ҡыҙғаныу тойғоһо менән хитланғандарға иһә төрлө низағтар ойошторорға ашыҡмаҫҡа, барыһы хаҡында ла етди һәм тыныс һөйләшеп ҡарарға кәрәк.Көнләшеүҙең төп сәбәптәре – үҙ-үҙеңә ышанмаусанлыҡ, яңғыҙлыҡтан, хәләлеңде юғалтыуҙан ҡурҡыу. Ошолар хаҡында уйлап ҡарарға кәңәш итә психологтар. Әгәр кемдер был “бәйлелек”тән ҡотола алмай икән, икенсе яртыһының унан айырылып китеү хоҡуғы ла бар икәнлеге хаҡында оноторға ярамай.Үткәндәрҙе барлап, уларға ваҡытында һығымта яһап, яңылышҡан, күңелдә насар тәьҫир ҡалдырған күренештәрҙе оноторға тырышып, алға аныҡ пландар ҡороп йәшәргә кәңәш итә белгестәр. Шул уҡ ваҡытта көнләшеүҙә ике яҡтың да ғәйебе барлығын әйтәләр. Бер-береңдең хаталарын төҙәтә барған осраҡта ғына ғаилә тормошоноң көйләнеүе ихтимал, тиҙәр. Ысынбарлыҡта барыһы ла шулаймы икән?..