Нәзирә атаһы менән әсәһенән ҡалған өйгә ҡайтырға мәжбүр булды. Башҡа ҡайҙа барһын. Заманында йәш өмөтлө рәссам май эсендә йөҙгән бөйөр һымаҡ ҡаланың иң көслөләренән иҫәпләнгән Альбрет Яҡшыбай менән бер йортта байтаҡ ҡына йәшәп алғайны. Альберт өсөн Нәзирә бәләкәй генә бер этап ҡына булды, шикелле. Нәзирә үҙе лә һиҙмәй ҡалды, Альбреты һуңлап ҡайта, ҡыҙ менән һөйләшмәй башланы. Аптырағас һорарға тура килде: йәнәһе, минең статус хәҙер нисегерәк?
Альберт борғоланып торманы:
– Ҡәҙерлем, һин минең мөнәсәбәтемде беләһең, ҡыҫҡаһы, күпме теләйһең, шул ҡәҙәр тора алаһың.
Аңлашылды. Ғорур Нәзирә бар мөлкәтен таксиға тейәп, тыуған ауылына ҡайтып бара. Ярай әле, ҡайтыр ере бар.
Заманында атаһы Әхтәм ағай менән әсәһе Рәхилә апайҙың иң бәхетле ҡыҙы булған Нәзирә, бына атай-әсәй йортона ҡайтып бара. Ҡара әле, бынау йүнһеҙ таксисты, әллә һөйләшелгән хаҡ менән риза түгел, юлда бәреп-һуғып алып ҡайтып бара. Ә ошо юлдан атаһы район үҙәгенә уҡыусыларҙың сәнғәт мәктәбенә йөрөтә торғайны. Тәүҙә бер сәғәт – рәсем, аҙаҡ музыка һабаҡтары, аҙнаһына бер тапҡыр тасуири уҡыу. Ошонда Нәзирә матурлыҡты аңларға, ҡабул итергә өйрәнде. Нәзирә һәр яҡтан һәләтле булды. “Башҡортостан пионеры” гәзитендә һәм “Пионер” журналында тәүге бәләкәй генә хикәйәләре сыҡты, шиғыр ҙа яҙғылай торғайны. Эй, ул бәхетле йылдар, мәңге бөтмәҫ һымаҡ ине.
Иң тәүҙә әсәһе үлеп китте. Ул көндәрҙе иҫкә төшөрһә, ҡыҙ әле лә илап ебәрә. Шул тиклем дә мәңге бөтмәҫ ҡайғы булыр икән. Әсәһенең һуңғы тәүлектәрендә: “Әхтәм, Әхтәм! Ҡыҙыңды ҡара, Нәзирәне етем итмә, Әхтәм!” – тип һыҡраныуҙары күрше урамдарға тиклем ишетелә ине. Ҡайғынан ҡара янған ҡыҙ ул көндәрҙә әсәһенең һүрәтен төшөрөү менән генә булды. Әллә ниндәй ҡайғылы шиғырҙар яҙҙы.
Атаһы Әхтәм ағай, ҡатыны үлгәс, шулай уҡ биреште. Төрлө сирҙәр барлыҡҡа килде. Былай эскәне тойолманы. Кис менән эштән ҡайта ла бер нөктәгә ҡарап мөңгөрләп ултыра. Дуҫтары йыйылғайны, өйләнергә кәңәш иттеләр. Күрше бүлмәлә ошо хаҡта тыңлап ултырған Нәзирәнең йөрәге дарҫлап китте. Тимәк, уның үгәй әсәһе буласаҡ.
Оҙаҡламай ул өйгә килеп хужабикә булды. Ҡуй инде, атаһы ошо ҡатынға ҡыҙыҡмағандыр ҙа инде. Унынсы класты тамамлап йөрөгән Нәзирә үҙ әсәһен үгәй менән сағыштырып ҡарай һәм ғәжәпкә ҡала. Үгәй әсәй түгел, был ҡатынға ла оҡшамаған бит. Атаһын әйтер инем инде, был ҡатынды ҡайҙан тапты икән? Бүлмәнән-бүлмәгә шәүлә һымаҡ йөрөй, йөҙөндә йылмайыу әҫәре юҡ. Атаһы нимә һораһа ла эш менән була, ашарға бешерә, өй йыйыштыра. Нәзирә был ҡатынды ысын күңелдән нәфрәтләнеп күрә алманы. Әсәһенең урынын алған өсөн түгел, бары тик ошо йортҡа килеп ингәне һәм йәшәгәне өсөн генә. Ярай, бындай тормош мәңге дауам итмәне. Нәзирә ҡыуана-ҡыуана Өфөгә сәнғәт училищеһына уҡырға китте. Тынғыһыҙ һәм күңелле студент тормошо Нәзирәне үҙ ҡосағына алды, байтаҡ бәүелтеп йөрөттө. Тик яңынан ергә төшөргә тура килде, сөнки ҡайғылы хәбәр шаңҡытты. Атаһы йоҡлап ҡына ятҡан еренән үлеп ҡуйған. Ерләү мәшәҡәттәре менән булып Нәзирә үгәй әсәй менән атай йортоноң яҙмышын асыҡлай алманы. Шунда ғына Нәзирә үгәй әсәйҙең Фәрҙиә исемле икәнен асыҡланы һәм ғәжәпләнеп ҡуйҙы. Уға исем нимәгә кәрәк икән?
Атаһын ерләгәндә үгәй әсәһенең ҡустыһы Тимур исемле егет Нәзирә менән аралашырға тырышып ҡарағайны. Ҡыҙ шунда уҡ баш тартты. Нимә тип һорай инде, мираҫ мәсьәләһен нисек хәл итергә уйлайһығыҙ, тине. Был мәсьәлә бөгөн мине ҡыҙыҡһындырмай, тип ҡыҙ ситкә китте.
Бына такси Нәзирәнең өйө эргәһендә туҡталды. Ҡыҙ шофер менән хисаплашты, әйберҙәрен бушатты һәм тос тоҡтарҙы ихатаға ташый башланы. Нәзирә үҙен әрләй, был тиклем әйберҙе нимәгә йыйғандыр инде. Ярай, кейем-һалымы йыл һайын кәрәк, ә бынауы рәссам әсбаптары хәҙер нимәгә хәжәт инде. Үгәй әсәй тәҙрәнән күреп ҡалған, күрәһең, йүгереп килеп төштө лә, иҫәнләшеп тә тормай, ташый башланы. Нәзирә тәүҙә, уға көнөм ҡалмаһын, тип, үҙе генә маташҡан булғайны. Ете-һигеҙ тоҡ һәлмәк кенә тарта шул. Иртәгәһен иртән биле тотто ла ҡуйҙы. Бына шулай була ул, ғүмер буйы еңел сумка менән йөрөп өйрәнһәң. Бер тоҡ күтәреү кәрәгеңде бирә лә ҡуя. Альберт юҡҡа әйтмәгән икән шул: беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар бик нескә күңелле, уларҙы ауыр эш менән бөгөргә ярамай.
Нәзирә ята бил менән, эргәһендә Фәрҙиә апай өтәләнеп йөрөй, хатта ҡайғыра, йөҙөнә сыҡты бит бының. Уға тағы нимә ҡалмаған инде?
Ә Альберттың өйөндә йәшәүе ниндәй күңелле ине. Баҡсаһын ҡараусы бар, өйөндә аҫрау тота, уныһы көнө-төнө бешеренә. Әллә Нәзирә юҡҡа ташлап киттеме икән? Ә бит төптән ҡараһаң, сығып китмәҫкә етди һылтауы ла бар. Альберт шундай кеше, уның өсөн изге бер төшөнсә лә юҡ, бары тик мәнфәғәттәр генә. Ҡурҡмайынса нисек уның эргәһендә ҡалмаҡ кәрәк.
Ә былай үгәй әсәй йылы ҡабул иткән һымаҡ булды.
– Ниңә шылтыратманың? – тине ул, – бергәләп ташыу еңелерәк булыр ине.
Ярай тыныс ҡабул итте, юғиһә, үҙ бүлмәһе өсөн көрәшергә тура килер, тип уйлағайны. Юҡ, бүлмәһе шул килеш тора. Альберттың хыянатын тағы ошо наҙан ҡатын менән генә көрәшеп йыуанырға тура килмәгәйе. Ярай әлегә ошонда ял итһен, Кем әйтмешләй, тыуған ерҙән, тыуған йорттан көс алһын, киләсәкте хәстәрләһен, ә киләсәк бар. Ана, ул йөрәк аҫтында үҙен һиҙҙереп, һелкенеп-һелкенеп ҡуя.
Нәзирә урында ята. Үгәй әсә әллә ниндәй үләндәр килтереп, биленә һыланы, ике сәғәт һайын алыштырып торҙо, хатта күҙҙәрендә мәрхәмәтле сатҡылар күренеп ҡалғандай булды. Нәзирә тәүҙәрәк берәй юҡ ҡына булһа ла сәбәбен табып, тупаҫлыҡ күрһәтергә тырышып ҡарағайны, килеп сыҡманы ла ҡуйҙы. Етмәһә, алдында Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй”е ята бит әле.
– Ошо китапты уҡыйһығыҙмы? – тип һораны ул ғәжәпләнеп үгәй әсәнән.
– Күҙҙәрем насар күрә, Әхтәмде әйтәм, атайың ҡысҡырып уҡый торғайны, уҡып бөтә алманы бахыр ғынам, – тине үгәй әсә, әллә илап алды.
– Әллә үҙем ҡысҡырып уҡыйыммы? – тине Нәзирә.
– Уҡы һуң, – тине Фәрҙиә.
Байтаҡ уҡыны Нәзирә, үҙе шым ғына үгәй әсәнең тыңлағанын күҙәтә, хатта үҙе лә һиҙмәҫтән йотлоғоп уҡый башланы. Уф, Мәҙинәнең мөхәббәте ниндәй ауыр һынауға дусар булған. Нәзирәнең күҙҙәрендә йәш тамсылары барлыҡҡа килде.
Шул ваҡыт үгәй әсә ҡысҡырып илап ебәрмәһенме, хатта Нәзирә дерт итеп ҡалды.
– Нимә булды һеҙгә? – тине ул.
– Нимә булһын, Мәҙинәнең кисергәндәрен йәлләп илайым, ҡатын-ҡыҙ шул тиклем дә түҙемле булыр икән.
Бәй, был ҡатын ябай үгәй әсәй генә түгел икән, үҙенә күрә хис-тойғоло йән эйәһе булып сыҡты. Нәзирәнең дә күҙҙәре йәшләнде, үрелеп үгәй әсәйҙең арҡаһынан яратты.
– Мин бит тормошта бер изгелек тә күрмәнем, – тине Фәрҙиә, – хатта мөхәббәттең дә нимә икәнен белмәнем. Ирҙәр түгел, кешеләр ҙә миңә ситләтеп ҡараны. Үҙемде кеше итеп түгел, хатта эт итеп тоя инем. Ҡайҙа арҡамдан яраттылар, шунда йөрөнөм, йөҙәтһәм, минән туйһалар, ҡыуалап ебәрҙеләр. Һинең атайың менән генә үҙемде ҡатын-ҡыҙ итеп тоя башланым. Ниһайәт, башым күтәрелде, тик бәхетем оҙаҡҡа барманы – атайыңды ла юғалттыҡ.
Ошо хаҡта бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар.
– Әйҙә ишек алдына сығып ултырайыҡ, – тине үгәй әсә, – атайың ҡояш байығанын ҡарарға ярата торғайны. Һәр кис уны иҫкә төшөрәм, ул миңә нимә тине, беләһеңме? Берүк минең ҡыҙымды ҡара, ул яңғыҙ ҡала, тине. Мин атайыңдың васыятын үтәргә теләйем.
Нәзирә көс-хәл менән урынынан торҙо. Билгенәһе ауырта, ләкин элекке һымаҡ уҡ түгел. Үгәй әсә еңел генә итеп Нәзирәне күтәреп алды. Ҡыҙға рәхәт ине, ә бит уны күптән күтәргәндәре юҡ. Ҡыҙ йылмайҙы, бер ҡулы менән үгәй әсәнең муйынынан ҡосаҡланы. “Ҡара әле, ул бит минең әсәйем һымаҡ, – тине эстән генә Нәзирә – йомшаҡ, көслө һәм йылы”.
Хәҙер уларҙы берләштергән урын да бар бит әле. Үҙе әйтте, атайым менән ошонда ултырып, киске тамаҡты ашағандар, элегерәк әсәйем үҙе була торғайны ошонда. Тимәк, тормош дауам итә. Ҡыҙыҡ, үгәй әсәй минең хәлемде беләме икән? Юҡтыр, үҙенә әйтмәйенсә булмаҫ. Өләсәй булыуын нисек ҡабул итер икән? Нәзирәнең күңелендә үгәй әсәнең ҡыуаныуын күреү тойғоһо яралды.
https://henek.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/KEShEG-L-O-ShAMA-AN-ATIN-Hik-y-460929/