27 ноябрь көнө Красный Восток ауылынан йыраҡ түгел урында һунар ваҡытында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бүлек начальнигы урынбаҫары һәләк була.
Ҡот осҡос хәл былайыраҡ теркәлгән: Ермолай ауылында йәшәүсе 62 йәшлек ир һунар мылтығынан йүгереп барған мышыға туғыҙ тапҡыр ата. Атылған йәҙрәләрҙең береһе 39 йәшлек дуҫының күкрәгенә эләгә. Зыян күреүсе тиҙ арала район дауаханаһына оҙатыла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы алынған тән йәрәхәттәренән ул вафат була. Һәләк булыусы отпускыһында ялда булған, ғаиләләр электән аралашып, дуҫ йәшәгән.
Ғәйепләнеүсе 62 йәшлек ирҙең һунар мылтығы хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан алынған, ул әлегә ситкә сыҡмау тураһында иҫкәртелгән һәм килеп сыҡҡан хәлгә бәйле, ғариза яҙған.