Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 13:19

Йоҙороҡ ҡысытһа, әмәл бар

Һуғышҡаҡ яҡташыбыҙ ҡаты яуап тотасаҡ

Сит өлкәнән ҡайтҡан яҡташыбыҙ нишләптер Учалы ҡалаһы автовокзалында үҙен йәмһеҙ тота – һүгенеп ирешә, касса тәҙрәһен ватып маташа. Саҡырыу буйынса полиция килеп етә, бөтә хәл-шарттарҙы асыҡлау өсөн хулигандың хеҙмәт автомобиленә үтеүен һорайҙар. Ул башта ҡаршы төшмәгән кеүек була, полицейҙар менән бергә автомобилгә ҡарап атлай, тик һис көтмәгәндә үҙенең башына тай типкәндәй ҡыланды – бер полицейҙың битенә йоҙороҡ менән тондора. Тәбиғи, шундуҡ тотолоп, эске эштәр бүлегенә илтелә.
Был ваҡиғаның видеояҙмаһы интернетҡа ла ҡуйылғайны (осраҡлы кешеләр төшөрөп ала). Һуғышҡаҡ бәндә олоғая башлаған әҙәм булып күренде. Һуғылған полицей кеүек, әммә форма кеймәгән йәш егеттәргә ошолай бәйләнә башлаһа, үҙе лә шундуҡ күрмәгәнен күрһәткәнсе туҡмалып ҡалыр ине буғай! Ярар, үҙҙәрен закон сиктәрендә тоторға тырышҡан егеттәр ҙә яҡлауһыҙ түгел.
Был турала рәсми белдереү яһаған БР Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, РФ Енәйәт кодексының 318-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Йоҙороҡтары ҡысытҡандарға ҡаршы әмәл бар бит ул. Ошо статья буйынса, вазифа бурыстарын үтәгән өсөн власть вәкиленә ( уның яҡындарына) ҡарата көс ҡулланғандарҙың 5 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе ихтимал. Ә көс ҡулланыуҙары сәләмәтлек йә ғүмер өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра икән – 10 йылға тиклем төрмә янай. Бына шулай, кемдә-кем шаҡшылығын “.... саман тыш ҡыҙыумын, үҙемде һис тә тота алмайым!” йә “....аҙ ғына хәмер эсһәм дә, ни ҡылғанымды белмәйем”, - тип аҡларға йыйынһа, белеп ҡуйһындар – закон менән ныҡлап тотонһалар, әҙәм балаһын сабырға әйләндереү ҙә, хәтерҙе яҡшыртыу ҙа әллә ни хәйләле эш түгел. Холоҡ төҙәтеү колонияларында ҡыҙыу холоҡ мөғжизәле рәүештә тиҙ үҙгәрә, ти.
Читайте нас: