Яйыҡ
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 12:40

АҠ ӨМӨТТӘР МЕНӘН - АҠ ҠЫШҠА

Декабрҙе олоһо ла, кесеһе лә берҙәй көтәлер, моғайын. Бала-саға Яңы йыл бүләген көтөп тилмерһә, беҙ инде үҙебеҙсә йылды йомғаҡлап, киләһе йылға яңы уй-ниәттәр ҡороп алыу өсөн һағынабыҙ ошо миҙгелде.Кәбисә йылы булғанғамы, әллә киҙеү таралғанғамы, нимәгәлер йыл тотош ауыр килгән һымаҡ тойолдо. Ауырыраҡ килде генә түгел, тотош йәмғиәттә оло-оло юғалтыуҙар булды. Шуға күрә күптәребеҙ уның имен-аман ғына тиҙерәк үтеп китеүен теләйҙер.

Декабрҙе олоһо ла, кесеһе лә берҙәй көтәлер, моғайын. Бала-саға Яңы йыл бүләген көтөп тилмерһә, беҙ инде үҙебеҙсә йылды йомғаҡлап, киләһе йылға яңы уй-ниәттәр ҡороп алыу өсөн һағынабыҙ ошо миҙгелде.
Кәбисә йылы булғанғамы, әллә киҙеү таралғанғамы, нимәгәлер йыл тотош ауыр килгән һымаҡ тойолдо. Ауырыраҡ килде генә түгел, тотош йәмғиәттә оло-оло юғалтыуҙар булды. Шуға күрә күптәребеҙ уның имен-аман ғына тиҙерәк үтеп китеүен теләйҙер.
Декабрь – йылдың аҙағы, ҡыштың башы, халыҡта аҡъюлай тип йөрөтәләр.
Һыуыҡ булһа ла, матур, үҙенсәлекле миҙгел ул. Йылға – күлдәр ҡалын боҙ өҫтөнән тағы ҡар менән ҡаплана. Әле баҫылып өлгөрмәгән ҡар өҫтөнән йөрөй алмаған йәнлектәр юл буйҙарын төйәк итә. Шуға ла декабрҙә төлкө, ҡуян, боландарҙы юл ситендә осратырға мөмкин. Декабрҙә шамбы балығы ыуылдырыҡ сәсә. Ҡалғандары шулай уҡ тәрәнгәрәк күсеп, ҡышты йоҡомһорап үткәрә. Сөнки, ҡышҡы һыу аҙыҡҡа ла, кислородҡа ла наҡыҫ. Урман – ҡырҙар был осорҙа тын ҡала.Элек-электән халыҡ йылдың нисек килерен, көндөң ниндәй булырын тәбиғәт күренештәре буйынса юраған.Мәҫәлән, бесәй моронон ҡаплап ятһа, көн һыуыҡ була тип фаразлағандар.
Әйҙәгеҙ әле, халыҡ һынамыштарына күҙ һалайыҡ:
Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа, көн йылыта тигәндәр.Ә эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.Ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡар яуа.Ҡояш ҡолаҡланһа (эргәһендә дүңгәләк булһа), көн һалҡыная.Ике ҡатлы тәҙрәләр парланһа, һалҡын булыр.Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.Ат ҡуршылдаһа – буранға.Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, көн һыуыта.Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.Кәзә ҡолағын шапылдатһа, буранға.Эт моронон ҡуйынына тығып ятһа, ҡар яуа.Ҡыш ҡар күп һәм ҡалын булһа, йәй иген уңыр.Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.Тау баштарында ҡар күп булһа, еләк уңыр.Ҡыш көнө боҙ өҫтөнә һыу сыҡһа, ашлыҡ күп булыр.Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа.Ҡаҙ суҡышын шыҡылдатһа – һыуыҡҡа.Йондоҙҙар йыш күренһә, аяҙ булыр.Ай ҡараңғы булһа, һауа еүеш булыр,әгәр асыҡ булып торһа, көн ҡоро килер.Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.Күктәге йондоҙҙар асыҡ күренһә – көн яҡшырыр, тоноҡ күренһә – ҡар яуыр.Ҡояш тирәһендә нурҙар юғары сағылһа – буран булыр, түбән сағылһа – һалҡын булыр.Ҡыш көнө бәҫ күп булһа – ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.Ҡыш ҡар күп яуһа – йәй ямғырлы килер.
Айгөл Айытҡолова
Читайте нас в