Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 15:24

Бетондан, 12,5 метр киңлектә.

Ахунда күпер һалалар

Ахун ауыл Советы биләмәләрендәге Ҡыйҙыш йылғаһы һуңынан Уй йылғаһына ҡушылып, Төнъяҡ Боҙло океанға ашыға икән.
Аулдың буйынан-буйына һуҙылған Ҡыйҙыш аша күпер бик ҙур әһәмиәткә эйә. Быға тиклем хеҙмәт иткән ҡоролманы 1983 йыл “Ҡыҙыл партизан” колхозы төҙөгән була, бағаналары ҡарағастан икән. Тик бына күпер иҫкерҙе. Ә иң яманы – ҡоролма 10 тоннаға тиклем транспорт үтеүгә иҫәпләнһә, әлеге мәл 25 тонналыҡтары ла үтә башлаған, ти. Уйск районына йөк автомобилдәре тап Ахун аша ла йөрөй бит.
-Күпер нишләптер республика юл хужалығы балансына ҡуйылған була. Шуға ла капиталь ремонт йә яңы күпер төҙөүҙәрен фөҡәт уларҙан юлланыҡ. Нисәмә йыл тырыша торғас, маҡсатыбыҙға ирештек, ноябрь айында яңы күпер төҙөлә башланы, - ти ауыл ултырағы башлығы Әмир Харисов.
Эйе, барып күрҙек. Иҫке күпер һүтелгән. Терәтеп тигәндәй, ваҡытлыса урау юл һалына ине. Подрядсы - Ырымбурҙан «РемСтрой» йәмғиәте. Улар иһә урындағы ойошмаларҙы ла яллағандар.
“Уралэнерго” нан Марат Дәүләтов (Урал ауылынан) юл тигеҙләй ине. Ғәйрәтле виброкаток менән үткәнендә бар донъя һелкенә! Шул тиклем дерелдәтеү һәм тапауҙан ҡырсынташ, әлбиттә, юл өйөмәнә лыпын һеңә. Тракторсының үҙенең генә иҫе китмәй, ауыр түгелме, тип төпсөнә башлағас, өйрәнген эш, тип кенә йылмайҙы. Ә Учалы ДРСУ-һынан йәш егет Айгиз Йыһаншин (Ишмәкәйҙән) ҡеүәтле грейдер менән эш итә. Тырышалар, күҙ алдыбыҙҙа урау һалынған яҡшы шоссе юлдан машиналар елдерә лә башланы.
Бетон күперҙең оҙонлоғо – 29, киңлеге – 12,5 метр буласаҡ, ике яҡлап йәйәүлеләргә тротуарҙар ҙа бүленәсәк. Хаҡы өс тиҫтәгә яҡын миллион һум. Киләһе йыл көҙгә тапшырылырға тейеш. Бирһән Хоҙай, элеккенән күпкә именлерәк кенә түгел, Ахун ауылының тағын да бер йәменә әйләнер буғай, иншаллаһ!
Читайте нас: