Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 15:55

80 йәшлек ханым "Мөғжизәләр яланы"нда

Өфөнән 80 йәшлек ханым "Мөғжизәләр яланы" тапшырыуына барған

Күптән түгел генә "Беренсе канал"дың "Мөғжизәләр яланы" тапшырыуында яҡташыбыҙ, ҡурайсы ҡыҙ Земфира Рәшитованың ҡатнашыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Был юлы йәнә бер яҡташыбыҙ үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.
Өфө ҡалаһынан 80 йәшлек Мария Николаева федераль каналға интеллектуаль СМС-уйында ҡатнашып, уға дөрөҫ яуап биргәндән һуң саҡырылған. Мария Николаева шатланып риза булған. Тапшырыуҙы төшөрөү "Останкино"ла үткән, сығарылыш 4 декабрь көнө кис күрһәтеләсәк.
Мария Николаева белдереүенсә, ул Мәскәүҙәге сәфәренән бик шат. Популяр тапшырыуҙа ҡатнашыу оло йәштәге ханым өсөн тик позитив тойғолар, күңел күтәренкелеге бүләк иткән.
Фото: "Башинформ"дан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: