Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 16:20

ҠАРҒЫШЫНАН ҠУРҠЫҒЫҘ

Интернет заманы булғас, ете диңгеҙ аръяғында ни барғанын секунды менән белеп, мәғлүмәтле булып йәшәйбеҙ. Файҙалылары ла булғылай, ҡот осорғостары ла, күңелде төшөргәндәре лә осрай...Әле яңыраҡ бер ирҙең балаһы алдында күгәрсендәрҙе язалауын, үлтереүен яҙҙылар. 48 йәшлек атай кеше улы ҡарап торғанда күгәрсендәргә пневматик пистолеттан ата.

Интернет заманы булғас, ете диңгеҙ аръяғында ни барғанын секунды менән белеп, мәғлүмәтле булып йәшәйбеҙ. Файҙалылары ла булғылай, ҡот осорғостары ла, күңелде төшөргәндәре лә осрай...
Әле яңыраҡ бер ирҙең балаһы алдында күгәрсендәрҙе язалауын, үлтереүен яҙҙылар. 48 йәшлек атай кеше улы ҡарап торғанда күгәрсендәргә пневматик пистолеттан ата. Ике ҡошто шунда уҡ үлтерә, ә яраланған өсөнсөһөн язалай башлай. Меҫкен ҡошто ҡанатынан тотоп, башын тимер контейнерға шыңҡылдатҡансы ике тапҡыр бәрә, аҙаҡ шул сүп-сар һауытына ырғыта.
Иргә 3 йылдан 5 йылғаса төрмә янай тип яҙалар. Шунда уҡ ошо мәғлүмәтте уҡыусылар бәхәс ҡуптарған. Төрлө фекерҙәр яңғырай:
--Ул күгәрсен нимәгә кәрәк? Ҡый ҡоштары, барыһын да атып бөтөрөргә кәрәк!
--Ҡоштоң ни зыяны тейгән иргә? Ниңә бала алдында хайуандарса ҡылана. Бышын төрмәлә серетергә кәрәк!
--Бесәй, ҡош үлтергән өсөн төрмәгә яба башланылармы? Башҡа енәйәтсе юҡмы беҙҙә?
--Малды һуғымға һуйғанда ла балалар күрә. Шунан нимә?
--Һуғымды балалар алдында һуймайҙар, бушты һөйләмәгеҙ!
--Ололар ошолай ҡыланғас, ниңә балалар ҡаты бәғерле булып үҫмәһен. Улар ҙа бесәй, этәрҙе үлтерә, ҡоштарҙы...
Комментарийҙар бик күп. Нисә кеше – шунынса фекер.
Беҙ бала саҡтан тыныслыҡты күгәрсен менән сағыштырып өйрәнгәнбеҙ. 9 май –Еңеү көнө етһә, мотлаҡ күгәрсендәрҙе төшөрә инек. Динебеҙҙә лә ҡоштарға ихтирам ҙур. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҙә: “Тау башына ем һалығыҙ, мосолман ерендә ҡоштар астан үлгән тип һөйләрлек булмаһын...”, -тигән. Бында нәҡ тау башын ғына күҙ алдына килтереү ярамай. Исламда ҡоштарға хәйер биреү ҙә ҙур сауап һанала.
Ғөмүмән, тереклеккә ихтирам булдырыу мотлаҡ. Ни өсөн беҙ ҡыҙыҡ күреп кенә уларҙың йәнен ҡыйырға тейеш? Гонаһынан ҡурҡырға кәрәк бит. Ошо урында бер инәйҙең һөйләгәне иҫкә төшә.
Бер ауылда яндрай, яуыз, ҡыҙыу объездчик йәшәгән. Билдәле, уларҙың эше – иген баҫыуҙарын ҡарауыллау. Шул ир баҫыуҙа ҡаҙҙар күреп ҡалһа, һыбай баҫтыра икән. Кемеһендер тапатып үтеп китә, кемеһендер тотоп алып, томшоғон шаҡара, йә урталай ҡырҡып китә икән... Тора бара ошо ирҙең ғаиләһе бер-бер артлы ҡырылған: кемеһелер аҫылынған, кемеһелер һыуға батҡан, кемеһелер яман сирҙән ғазапланған һ.б. Бер ғаиләгә бынынсама фажиғә киләме һуң? Бәлки, ошо меҫкен ҡаҙҙарҙың ҡарғышы төшкәндер?
Күп тапҡырҙар аҡҡош ҡарғышы, мал ҡарғышы хаҡында ишеткәнем бар...Тимәк, ниндәй генә йән эйәһенә нахаҡҡа ҡул күтәрһәң дә, уның ҡарғышын, рәнйешен алыу ихтималлығы ҙур.
Ҡаты бәғерле булмайыҡ! Балаларға алама өлгө күрһәтмәйек! Малды, ҡош-ҡортто йәлләмәгән әҙәм кешене йәлләй буламы?
Резеда Валиева
Читайте нас: