Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 13:00

Бер аҙ һыуығыраҡ буласаҡ

Йылы, ҡарһыҙ ноябрҙән һуң, бер ҙә ҡышҡы һыуыҡтарға күнегеп китеп булмай. Ошо арала синоптиктар декабрҙә Башҡортостанда һауа торошоноң үҙенсәлектәре тураһында хәбәр итте.

Йылыға өйрәнеп, әлеге мәлдә ҡышҡы һыуыҡтарға күнегеп китеп булмай, йәмәғәт. Ошо арала синоптиктар декабрҙә Башҡортостанда һауа торошоноң үҙенсәлектәре тураһында хәбәр итте.
Рәсәй Гидрометүҙәге фаразы буйынса, республикала ҡыштың тәүге айы ғәҙәттәгенән бер градусҡа һыуығыраҡ булыуы көтөлә, тип белдерҙе Башгидромет. Уртаса һауа температураһының -11,-12 градус (норма -11), яуым-төшөмдөң ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булыуы фаразлана.
Декабрҙең беренсе аҙнаһында республикала һауа торошон «Себер» антициклон периферияһы билдәләй. Температураның бер төрлө булмауы көтөлә, айырыуса төнгө сәғәттәрҙә: -13,-20, болотло булғанда -7,-12 градус. Көнсығыш райондарҙа -22,-27 градусҡаса һыуыҡ була, көндөҙ -7,-13, таулы райондарҙа -14, -17. Дөйөм алғанда, 1 декабрҙән 10-ына тиклем уртаса һауа температураһының норманан 3-5 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.
Ай башында әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә һәм иртән урыны менән томан.
Республика Башлығы указы менән 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙаллы изоляция дауам итә. Шуға ла өлкәндәрҙең һыуыҡтарҙа сығып йөрөмәй, өйҙә генә ултырыуҙарын һорайбыҙ, вирус бер ҡайҙа ла китмәгән, эргәлә генә. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
https://www.bashinform.ru/news/1528893-sinoptiki-soobshchili-ob-osobennostyakh-pogody-v-dekabre-v-bashkirii/
Читайте нас: